Азат Буранбаев—Баймаҡ районы Буранбай ауылы егете. Юҡ, ул башҡа ауылдаштары кеүек йырламай, ә бейей!
Азат Афзал улы—Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы. Шул уҡ ваҡытта ошондай уҡ исем аҫтындағы балалар хореография студияһында баш балетмейстер булып эшләй. Әйткәндәй, был эшендә ҡатыны Фәнилә—уның уң ҡанаты. Икәүләшеп йәш бейеүселәр тәрбиәләйҙәр.
Азат 2004 йылда Учалы сәнғәт училищеһының хореография бүлеген тамамлаған. Студент йылдарында уҡыу йортоноң “Ҡойон” ансамблендә ҡанат нығыта, иң ҡатмарлы бейеү трюктарын оҫта эшләүе менән барыһын да таң ҡалдыра. Ҡулына диплом алғас, Балалар ижады үҙәгендә өҫтәлмә белем биреү педагогы булып хеҙмәт юлын башлай. 2007 йылда талантлы егетте арҙаҡлы бейеүсе Риф Ғәбитов күреп ҡала һәм Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына эшкә саҡыра. Азат дәртләнеп эшләй, төрлө мөһим сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор ансамбле составында ил кимәлендә гастролдәрҙә була. 2010 йыл Учалы филармонияһында эшен дауам итә. Әле уны коллегалары әүҙем, маҡсатлы, үҙ өҫтөндә эшләргә яратҡан, талапсан, һайлаған һөнәрен мөкиббән китеп яратҡан артист итеп белә. Азат Буранбаев “Кавказ егеттәре”, “Беҙ һуғышта булғанда”, “Урал сувениры”, “Лъапереса” бейеүҙәрен сәхнәгә сығара. Ә балалар студияһына “Башҡортостан ынйылары”, “Уяныу”, “Йәшлек”, “Русские узоры”, “Казачий пляс”, “Марийский круговой”, “Ярапар” бейеүҙәрен һала. “Сал Урал” проекты сиктәрендә Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренә барып оҫталыҡ дәрестәре лә бирә. Азат Афзал улының тырыш хеҙмәте Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
—Бейеү—минең ҡанымда. Атайым бейергә яратты. Мәктәптә уҡығанда ла бейеү түңәрәгендә шөғөлләндем. Учалы сәнғәт училищеһына ҡурай бүлегенә килергә уйлай инем, уҡытыусым Зарифа Аралбаева мине бейеүгә “ҡоҙаланы”. Шул мәлдән бейеү минең яҙмышыма әүерелде,—ти Азат Буранбаев.