АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Апрель 2021, 16:00

Ҡумыҙ, рух байрамы йөрәктәрҙе елкендерҙе

Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең "Яугүл" халыҡ ҡумыҙсылар фольклор һәм "Төйәләҫкәй" балалар ансамблдәре ( етәксеһе Дилара Мөхитдин ҡыҙы Рафиҡова) Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә бик күп саралар уҙғара. Ошо көндәрҙә ижади коллектив Халыҡ-ара онлайн видеоконкурста ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Шулай уҡ ансамбль башҡала ла үткән атаҡлы ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдиновтың юбилей кисәһендә лә сағыу сығыш яһаны.

--Ысын мәғәнәһендә М.Зәйнетдиновтың алтын юбилейы ҡумыҙ, рух байрамы булды. Саранан шул тиклем ҡыуанып, дәртләнеп ҡайттыҡ,--ти Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова.