Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
16 Апрель 2021, 15:00

Ҡар һыуҙары шифа тиҙәр

Баймаҡ районы Байыш ауылының "Иҫтәлек" халыҡ фольклор төркөмө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән боронғо йолаларыбыҙҙың береһе "Ҡар һыуына барыу"ҙы үткәреү өсөн "Уҫаҡлы йыраға" йыйылды.Тулыраҡ сайтта.

Баймаҡ районы Байыш ауылының "Иҫтәлек" халыҡ фольклор төркөмө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән боронғо йолаларыбыҙҙың береһе "Ҡар һыуына барыу"ҙы үткәреү өсөн "Уҫаҡлы йыраға" йыйылды.
--Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сара кескәйҙәр менән ҡар һыуына барыуҙан башланды. Ҡар һыуы алып килгәс, инәйҙәр самауыр ҡуйып табын әҙерләне, ә кескәйҙәр теләктәр теләп ағасҡа таҫма бәйләне, уйындар уйнаны. Аҙаҡтан күмәкләшеп ҡоймаҡлап,тәмлекәстәр менән сәй эстек.Байрам барыһына ла оҡшаны”,--тип хәбәр итте гәзитебеҙҙең һәр һанын ҡалдырмай уҡып барыусы Факиһа Таштимерова.
Афарин, байыштар! Гел шулай әүҙем булығыҙ!
Читайте нас: