АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
11 Апреля 2021, 07:00

«Әйләнә орсоҡ, әйләнә»

Йөн иләү, сиратыу, аяҡлау һәм йомғаҡлау оҫталары «Әйләнә орсоҡ, әйләнә» фольклор байрамында ҡатнашып көстәрен һынап ҡараны. Үҙенсәлекле конкурсты Сибай ҡалаһының «Тиҫтер» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы етәксеһе Лена Сөнәғәт ҡыҙы Мөхәмәтова, хеҙмәткәр Зилә Сәлимйән ҡыҙы Һаҡмарова бик күп көс һалып уны икенсе тапҡыр ойошторҙо. Унда Баймаҡ, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһының фольклор ансамблдәренең гүзәл заттары ҡатнашты.

Был бәйгенең шарты шунан ғибәрәт: һәр бәйгесегә 200 грамм йөн бирелә. Өсәр бәйгесенән торған команда шул йөндө билдәле ваҡыт арауығында тетеп, иләп, сиратлап, аяҡлап, йомарларға тейеш. Жюри һәр команданың эшен ентекле күҙәтеп ғәҙел баһаланы.
--Ярышта икенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ. Быйыл да беҙҙең "Хазина" фольклор төркөмө II дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Бик шатбыҙ, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!—тип тәьҫораттары менән бүлеште Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары. --Боронғо йолалары, кәсептәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, тергеҙеп, уларҙы йәш быуынға өйрәтеп ҡалдырыу маҡсаты менән үткәрелгән сарала һәр кем үҙе өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алғандыр, моғайын.
Ағинәйҙәр ҡулында орсоҡ әйләнеп кенә ҡалманы, залға йыр-моң ағылды, ҡул эштәренә маһир ханымдарҙың өҙә баҫып бейеүҙәре лә хайран ҡалдырҙы.
Бәйгелә өсөнсө урынды Сибай ҡалаһының «Көмөш ирекмәндәре» -- «Алтын» фольклор ансамбле яуланы. Икенсе урынды, үрҙә әйтеүебеҙсә, Баймаҡ районының «Хазина» төркөмө, беренсе урынды Әбйәлил районының «Гөлнәзирә» оҫталары алды. Ә гран-приҙы Баймак районы Ишмөмәхәт ауылының «Аҡйондоҙ» фольклор ансамбле әүҙемселәре яуланы.
«Әйләнә орсоҡ, әйләнә» фольклор байрамы йәй республикала уҙасаҡ VI Бөтә донъя Фольклориадаһына, Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына бағышланды.
Читайте нас