АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
4 Апреля 2021, 08:05

Байымдар яҙҙы ҡаршы алды

Байым ауылында бик матур сара үтте...

Гөлнара Ишҡыуатова яҙа:
Һеҙҙең яҡта ҡыштар нисек?
Бик оҙон беҙҙә ҡыштар.
Ҡышты оҙатып ҡалайыҡ,
Килегеҙ беҙгә, дуҫтар,--тип" Умырзая" ансамбле йырлап башланып китте сәмле, күңелле " Ҡышты оҙатыу" байрамын. Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек, Башҡорт тарихы йылдарына арналған сараға Ниғәмәт ауыл биләмәһендә йәшәүселәр йыйылды.
Ярыштар ат сабышы менән башланып китте ( ҡолондар, тайҙар, өлкән аттар, сана менән ярыш). Халыҡты иң ҡыҙыҡтырғаны ҡолондар менеп ярышҡан уҡыусы малайҙар булғандыр. Был ярышты Байсурин Флүр һәм Рахманғолов Нурғәле ағай оҫта ойошторҙо.
Кемдәрҙер уҡтан атып үҙенең мәргәнлеген һынаһа, берәүҙәр "көршәк" ярҙы, ситтәрәк " балыҡсылар" уйыны ҡыҙҙы. Ғәлина Зилә апай үҙе әҙерләгән бүләктәрҙе балаларҙың күҙ бәйләп ҡырҡтырҙы.
Байым, 2-се Этҡол, Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарынан килгән ( 4 ир-егет, 4 ҡатын-ҡыҙ) командалар ваҡытҡа утын бысып ярыу, тәгәрмәс тәгәрәтеү, көйәнтәләп ҡар ташыу, арҡан тартыу кеүек ярышта сәмләнеп көс һынашты. Командалар араһында: 1-се урынды--2-се Этколдар, 2-се урынды--Байым, 3-сө урынды Үрге Яйыҡбайҙар яуланы.
Сара юғары кимәлдә, ойошҡанлы үтте. Халыҡ күңелле һәм файҙалы ял итте.
Байрамды ойоштороусылар ауыл старостаһы һәм бағыусы Рахманғолов Нурғәле, депутаттар Абдрахманов Вәхит, Тайбугин Фәрит улы, Ғәлина Зилә, Әхиәр Әхмиән улы, Байсурин Флүргә, ашнаҡсы ҡыҙҙарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һау- сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас