Тамыры—үткәнебеҙ, олоно—бөгөнгөбөҙ, тармаҡ-ботаҡтары—киләсәгебеҙ. Ғәҙәттә шәжәрә ағасын шулайтып ҡылыҡһырлайҙар. Әммә был беҙҙең йолаларға ла тап килә. Ошо шәжәрә ағасылай ғөрөф- ғәҙәттәребеҙ быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан, үҙендә тарихи ваҡиғалар һаҡлаған, телдән-телгә генә тапшырыла килгән. Бөгөн ошо мираҫты киләсәккә тапшырыу— беҙҙең бурыс
Тәрбиәүи, тарихи әһәмиәткә эйә булған күп кенә боронғо байрамдарыбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотола бара. Был күңелде өйкәп, хафаға һала ине. Һуңғы йылдарҙа уларҙың тергеҙелеүе, төбәктәрҙә һәр төрлө саралар уҙғарылыуы өмөт уятты. Башҡорт халҡының байрамдарының күбеһе—миҙгел байрамдары. Тәбиғәт көстәренә табынып буйһоноу, ризаландырыу маҡсатында ырымлағандар, изге теләктәр теләгәндәр, юрағандар. Йолаларҙың шундайҙары бар: улар бары билдәле бер миҙгелдә генә атҡарылған. Яңы йыл тыуыуын—Науруз байрамы менән, яҙ килеүен—Ҡарға бутҡаһы, унан Кәкүк сәйе менән билдәһәләр, яҙғы эштәр бөткәс, Һабантуй байрамы, ҡышҡа аяҡ баҫҡанда Ҡаҙ өмәһе үткәрелгән. Сибай ҡалаһының “Ғаилә” көньяҡкөнсығыш үҙәгенә ҡараған балалар приютында ла, башҡорт халҡының фольклорын, ғөрөфғәҙәттәрен, күркәм, изге йолаларын, милли кейемдәрен, аш-һыуын тергеҙеү, һаҡлау, йәш быуынға еткереү маҡсатында, бер нисә йыл рәттән милли байрамдар билдәләнә. Бындай сараларҙа балалар ҙа, өлкәндәр ҙә берҙәй ихлас ҡатнаша. Балалар башҡорт телендә шиғырҙар һөйләп, моңло йырҙар йырлап, бейеүҙәрен бейеп, милли уйындарын кем уҙарҙан уйнап күңел аса. Беҙҙең балалар һәм педагогтар үҙ донъяһында ғына ҡайнап ҡалмай, төбәк, республика кимәлендәге сараларҙа теләп ҡатнаша. Сөнки милли байрамдар күңелдәрҙә ниндәйҙер ғорурланыу, һоҡланыу хисе уята. Башҡорт халҡына хас булған ҡунаҡсыллыҡ, тәрбиәлелек, ихласлыҡ, йор һүҙлелек, аҡыл сағыла уларҙа. Бөтә донъя фольклориадаһы алдынан халҡыбыҙҙың тарихи төпкөлөнә байҡау яһау оло мәртәбә өҫтәй, һәм, һис шикһеҙ, тәрбиәүи мәғәнәғә эйә. Бына бөгөн генә приютта Наурыз байрамы үткәрҙек. Балалар бик теләп ҡатнашты, үҙҙәренә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.