Гәзитебеҙ авторҙарының береһе, мәғариф ветераны, бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусы, яҡлаусы әүҙем ағинәй, заман менән бергә атлаусы ханым, аҡыллы балалар тәрбиәләүсе гүзәл әсә, бер нисә китап авторы, үҙе килен булып төшкән Ниғәмәт ауылы киләсәге өсөн янып йәшәүсе Рәйсә Иҫәнбаеваның тыуған көнө.
Ғүмер байрамығыҙ менән, Рәйсә апай! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Яҡындарығыҙ, ауылдаштарығыҙ ихтирамында ҡыуанып йәшәргә яҙһын! Ижади уңыштар һеҙгә!