Рустарҙа Масленица байрамы бар. Унда улар башлыса ҡоймаҡ менән һыйлана… Әммә был ризыҡты уларға ғына хас тип ҡарау дөрөҫ түгел.
Ҡоймаҡ ондан әҙерләнгән тәүге ризыҡ булыуы ихтимал һәм уның тамырҙары бик боронғо. Ҡоймаҡтың төрҙәре Евразияның славян, төрки, фин-уғыр кеүек барлыҡ халыҡтарында ла бар.
Башҡорт милли ризығының исеме “ҡойоу” тигән һүҙҙән алынған. Ул күсмә халыҡтарҙың ҡамырҙан әҙерләнгән тәүге ризығы булырға тейеш. Этнограф Светлана Шитова яҙыуынса, боронғо башҡорттар ҡоймаҡты тары ярмаһы ҡушып ҡойған. Тарынан ҡойолған ҡоймаҡтар башҡорт фольклорында ла осрай.
"Йомро-йомро йомғағым" башҡорт халыҡ әкиәтендә әбей йомғаҡ эҙләп үҙенә килеп ингән ике ҡыҙға ҡоймаҡ ҡойоп ашатырға ҡуша. Әкиәттә был эштең нескәлектәре лә һүрәтләнгән. Кире образдағы ҡыҙ арлы-бирле, сейле-бешле итеп бешерә, ә уңған ҡыҙ Гөлбикә, тары ярмаһын ентекләп төйөп, бер бөртөк төйөр ҙә ҡалдырмай туғып, телде йоторлоҡ ҡоймаҡтар ҡоя.
Ҡорбан, Ураҙа байрамдары, Ҡөръән аштары – береһе лә ҡоймаҡһыҙ үтмәй. Еңел әҙерләнеүе, хуш еҫе, ябай ҙа, туҡлыҡлы ла булыуы менән был ризыҡ үҙенә тартып тора. Шуға ла байрам өҫтәленә лә, көндәлек тормошта ла йыш ҡойола ҡоймаҡ. Яҙ еткәс, Ҡарға бутҡаһына ла, Кәкүк сәйенә лә ҡоймаҡ ҡойоп алып сыҡҡандар.
Ҡайһы бер райондарҙа, туй үткәс, "ҡәйнә ҡоймағы" ҡоялар. Был йоланы "кейәү ҡоймағы" тип атаған урындар ҙа бар. Йәш кәләш, еңгәләре менән иртәнге сәйгә ҡоймаҡ ҡойоп, ҡунаҡтарға сәй эсерә. Һый "кейәү ҡоймағы" тип атала. Йәғни, кейәү хөрмәтенә әҙерләнгән ризыҡ.
Хужабикәләр ҡоймаҡтың бер нисә төрөн ҡоя: сөсө, әсе, ыуыҙ ҡоймағы.
Әйткәндәй, күптән түгел Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында депутат Шәйҙуллина Зифинәнең округы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған ҡышты оҙатыу сараһында ауылдаштарына ыуыҙ ҡоймағы йолаһын күрһәтте.
--Балалар һамаҡлап, Һыуыҡ ағайҙы оҙатты, Ҡояш-Яҙһылыуҙы саҡырып алды. Ә инәйҙәр һыйыр йылының фиғеле, һыйыр тураһында ырым-хөрәфәттәр, мәрәкәләр, һамаҡ- мәҡәлдәрҙе сәхнәләштереп, таҡмаҡҡа бейеп күңел күтәрҙе, ыуыҙ ҡоймағы менән һыйлаусы киленгә: “Аҡтан өҙөлмә, ағың-түлең мул булһын, мал-тыуарың ишле булһын”,--тип матур теләктәрен еткерҙе, төрлө ҡоймаҡтан һәм аш-һыуҙан бай табын әҙерләнде. 90 йәшлек Ғәбитова Фәрзәнә инәйҙең йыры, аҡһаҡал Ҡашҡаров Йәмних олатайҙың хәтирәләре, Ғәбитов Хөсәйендең гармунда уйнауы сараны йәмләне. Балалар спорт ярыштарында, концертта ҡатнашты. Бигерәк тә уҡтан атыу ярышы көсөргәнешле барҙы, --тип яҙа әбделкәримдәр.
Эйе, һыйыр быҙаулағас та ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп күрше-тирәне һыйлау — башҡорттарҙың боронғо йолаһы.
Ыуыҙ тәүге өс көндә генә була. Ул төрлө витаминдарға бай. Ыуыҙ һөттән ныҡ айырыла. Ул ҡуйы, майлы, һарғылт төҫтә һәм әскелтем тәм бирә.