АТАЙСАЛ
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Байрамдар
29 Марта 2021, 06:55

Ҡараталдар ҡойҙо ҡоймаҡ

Баймаҡ районы Ҡаратал ауылы халҡы яҙҙы ҡаршылап, "Ҡоймаҡ байрамы"на йыйылды

Баймаҡ районы Ҡаратал ауылы халҡы яҙҙы ҡаршылап, "Ҡоймаҡ байрамы"на йыйылды.
--Сара бик күңелле үтте. Көндөң ҡояшлы тороуы байрамға килеүселәргә дәрт өҫтәне. Балалар ҡоймаҡ бешереү ысулдарын өйрәнде, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, йомаҡ систе, өлкәндәр менән ярышты, бейене. Аҙаҡ самауыр сәйе менән һыйландылар, ҡоймаҡтарҙың төрлөһөнән ауыҙ иттеләр. Байрамға килгән ауылдаштарға, уңған хужабикәләргә, күнелле ял ойоштороуҙа ярҙам иткән ағинәйҙәргә, тәмле ҡоймаҡ бешереп һыйлаусы Гөлгинә Ғәйәр ҡыҙына, балаларға ҙур рәхмәт, - ауыл клубы мөдире.
Читайте нас