АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Март 2021, 14:00

АҘАШТЫМ, ИСЕМДӘРҘӘ АҘАШТЫМ…

Кисәнең исеме генә ни тора! “Аҙаштым мин, аҙаштым, исемдәрҙә аҙаштым”. Сараға 4 Флүрә, 3 Илүзә, 3 Әлфиә, 3 Фирҙәүес, 2 Гөлшат, 2 Нәсимә, 2 Гөлгөнә, 2 Гөлнира, 2 Гөлдәр, 2 Сәлимә, 2 Айгөл, 2 Нурзиә, һылыуҙар (Миңһылыу, Таңһылыу), шулай уҡ аҙашһыҙ, үҙенсәлекле, һирәк исемле Илдүсә, Сәғилә, Фәимә, Сәрүәр, Миңлебикә (хәҙерге ваҡытта) килгән. Бер көн алда ғына 80 йәшен туйлаған Сәрүәр Мөхәмәтйәнованы Райхана һылыу махсус саҡырған икән. “Мин ауылда бер бөртөк кенә, яңғыҙым ғына, үәт! Береһе лә Сәрүәр тип ҡушмай хәҙер”,—ти шарҡылдата көлөп юбиляр. Ә бына Һәмән ауылының оло вәкилдәренең береһе, һәр үткәрелгән сараларҙа иң алда йөрөүсе, йыраусы, таҡмаҡсы Фәриҙә апай Асҡарова, Райхананың ҡәйнәһе Рәйлә апай, Гүзәл Танһыҡҡужина, мәғариф ветераны, хажиә Зөлфиә Нур ҡыҙының иштәре ни сәбәптәндер килә алмаһалар ҙа, Шәмсинур апай Сибайҙан 3 һеңлеһе менән килеп еткән ине. Араларындағы шағирә Флүрә Йомағужина (Бөрйән районы) ике шиғырын уҡығандан һуң, ауыл китапханаһына үҙенең китабын бүләк итте.Тулыраҡ сайтта.

Һуңғы дәрестәр бөтөп, ҡыңғырау тауышы шылтырауын ғына көткәндәй, телефоным да тауыш бирҙе. Һәр ваҡыттағыса яғымлы тауышы менән ауыл китапханасыһы Райхана Эдуард ҡыҙы сәләм биргәс: “Шул-шул көндә, 8 март байрамы айҡанлы мәҙәниәт йортонда аҙаштарға арналған кисә үткәрелә, һеҙ ауылда өс Илүзә бит инде, килерһегеҙ тип ышанам, көтәм”,—тине. Ул шулай тигәс миңә уй булды, өйгә ҡайтып барған саҡта ла, көндөҙ эш эшләгәндә лә, төндәрен йоҡоға китә алмай ятҡан саҡта ла Билал һәм Һәмән ауылдарының бер үк исемле ҡатын-ҡыҙҙарын өй беренсә тигәндәй барлай башланым. Баҡтиһәң, бик ҡыҙыҡлы булып сыҡты! Быға тиклем артыҡ иғтибар ҙа ителмәгән, ә ундай аҙашбикәләр күп икән дә арабыҙҙа?!
Үҙем Райхананың фантазияһына, эрудицияһына, киң ҡарашлы, сослоғона аптыра-йым һәм һоҡланам. Кемдер әйтеүенсә, ни сыҡһа ла, Райхананан сыға, әллә ниҙәр уйлап таба бит әле! Өҫтө-өҫтөнә төрлө даирәләге кешеләр менән һанһыҙ осрашыуҙар, һәр темаға ярашлы “Түңәрәк өҫтәлдәр”, төрлө йолаларҙы сәхнәләштереү, тәүгеләрҙән булып район буйынса, бәл-ки, республикала, йөкмәткеһе буйынса ят, ҡабатланмаҫ сценарийлы “Яулыҡтарым аллы-гөллө”, “Еҙ самауыр”, “Йырым булһын бүләгем!” һәм башҡалар, уларҙың осона сығырлыҡ түгел. Бер һүҙ менән әйткәндә, Райхана Булатова ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең фанаты! Юҡҡа ғына уның күкрәгенә “Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе” тигән миҙал таҡмағандарҙыр!
Матур итеп ябалаҡлап мамыҡ ҡарҙар яуып торған тәғәйен бер көндә ҡупшы кейенгән гүзәл заттар мәҙәниәт йортона ағылды. Китапханала аяҡ баҫырлыҡ урын ҡалмаһа ла, аҙаштар төркөмләшеп бер ергәрәк ултырҙы. Алданыраҡ китеп шуны әйтергә була: ҡурҡыныс ауырыуҙан ҡасып үҙ өйҙәренә бикләнгән халыҡ шул тиклем осрашып күрешергә, аралашыуға ныҡ сарсаған икән, байрам 2 сәғәттән ашыу барһа ла, берәү ҙә тиҙ генә ҡайтырға ашыҡманы.
Кисәнең исеме генә ни тора! “Аҙаштым мин, аҙаштым, исемдәрҙә аҙаштым”. Сараға 4 Флүрә, 3 Илүзә, 3 Әлфиә, 3 Фирҙәүес, 2 Гөлшат, 2 Нәсимә, 2 Гөлгөнә, 2 Гөлнира, 2 Гөлдәр, 2 Сәлимә, 2 Айгөл, 2 Нурзиә, һылыуҙар (Миңһылыу, Таңһылыу), шулай уҡ аҙашһыҙ, үҙенсәлекле, һирәк исемле Илдүсә, Сәғилә, Фәимә, Сәрүәр, Миңлебикә (хәҙерге ваҡытта) килгән. Бер көн алда ғына 80 йәшен туйлаған Сәрүәр Мөхәмәтйәнованы Райхана һылыу махсус саҡырған икән. “Мин ауылда бер бөртөк кенә, яңғыҙым ғына, үәт! Береһе лә Сәрүәр тип ҡушмай хәҙер”,—ти шарҡылдата көлөп юбиляр. Ә бына Һәмән ауылының оло вәкилдәренең береһе, һәр үткәрелгән сараларҙа иң алда йөрөүсе, йыраусы, таҡмаҡсы Фәриҙә апай Асҡарова, Райхананың ҡәйнәһе Рәйлә апай, Гүзәл Танһыҡҡужина, мәғариф ветераны, хажиә Зөлфиә Нур ҡыҙының иштәре ни сәбәптәндер килә алмаһалар ҙа, Шәмсинур апай Сибайҙан 3 һеңлеһе менән килеп еткән ине. Араларындағы шағирә Флүрә Йомағужина (Бөрйән районы) ике шиғырын уҡығандан һуң, ауыл китапханаһына үҙенең китабын бүләк итте.
Исемдәрҙе бутай-бутай
Аҙаштым мин, аҙаштым.
Бер исемгә нисә ҡатын,
Ҡайҙа минең аҙашым!?—
тигән кеүек аһәңле шиғыр юлдары берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Эйе, һәр исемдең мәғәнәһе булырға, исем хужаһы үҙ атамаһын яратырға ла тейеш. Өҫтә күреүебеҙсә, барлыҡ исемдәр ҙә матур яңғырашлы, зауыҡлы, мәғәнәле. Һәр исем—бер тарих. Күрше Күгиҙелдә йәшәүсе Миңлеғәле ағай ҡыҙына исем яҙҙырырға Билал ауыл советына килгән саҡта Гөлгенә тигән исемде онота, хәтерендә тик «гөлө» генә ҡала, аптырап тормай ир, был исемдең дә гөлө бар тип, Гөлшат тип яҙҙырып ҡайта. Шул уҡ ауылдан килен булып төшкән Гөлкәйҙең дә игеҙәктәр булып, һыңары Венераның ауырып, 3 йәшендә генә үлеп ҡалыуын беренсегә ишеттек. 1 апаһы, 6 ир туғаны араһындағы кескәй ҡыҙҙарын атаһы Әхмәтзыя ағай гел генә: “Гөлкәй, Гөлкәүем” тип яратыуы ысын исемен—Гөлнираны оноттора. “Олоғая килә ысын исемем миңә хәҙер бик ҡәҙерле, шулай тип өндәшеүҙәре оҡшай”,—тине беҙ белгән Гөлкәй. Кемделер Зифа тип йөрөткәндәр, ә хәҙер уның исеме—икенсе. Ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе Илдүсә Азат ҡыҙы: “Исемем, ысынлап та, юҡ тиер инем, тыуған ауылым Йомашта бер балаға минең исемде биргәндәр. Бала саҡта Буранбай Исҡужин беҙҙең ауылда эшләгәндә, ул мине гел “Илдүһә” (диалект үҫә-авт) тип йөрөттө. Ә Стәрлетамаҡҡа педагогия институтына ҡабул итеү имтиханын тапшырғанда билдәле ғалим, яҡташыбыҙ Э.Ф.Ишбирҙин исе-мемдең мәғәнәһен һораны ла, моғайын, ата-әсәйең малай көтөп, Илдус тип исем әҙерләп, ҡыҙ тыуғас, «ә»-не өҫтәгәндер, тип һығымта яһап ҡуйғайны. Тормош иптәшемдең дә исеме үҙенсәлекле: Илшат, Иршат менән донъя тулһа, уныҡы—Илсат”,—тине көлөп.
Эйе, ниндәй генә исемдәр юҡ хәҙер! Мин студент саҡта бүлмәләш дуҫым, Күгәрсен ра-йоны ҡыҙы Зәбилә мәрхүмәнең ауыҙынан Миңнур исемле
ауылдаш егете тураһында ишетеп, бик аптырағайным. Ярай, Сулпан, Сәрүәр, Фәннур кеүек ирҙәр исеме лә, ҡатындар исеме лә барлығын белә инем, ә Миңнур? Нисектер ҡолаҡҡа ятмаған кеүек!? Кисәлә ҡат-нашҡан өс Фирҙәүескә лә ошо уҡ һорау бирелде. Хәрби эштәр бүлеге белгесе Фирҙәүес Бикйән ҡыҙы: “Мин ғаиләлә ир ҙә, ҡатын да, эшем дә шуға бәйле булғас, аптырамайым”—тиһә, Нуғай ауылынан төшкән килен: “Әсәйемә уҡыған китабының төп геройының исеме—Гөлнур бик оҡшап ҡала, тик атайым үҙе уйлағанын ҡуша, Гөлнур тип ҡушһалар, матурыраҡ булыр ине”,—тип үкенес белдерһә, мәғариф ветераны, моңло йырсыбыҙ Фирҙәүес Бирғәле ҡыҙы ҡәтғи генә: “Фирҙәүес исеме тап ҡатын-ҡыҙҙар исеме, ул бер нисек тә ирҙәр исеме була алмай!”—тип дәлилләп, боронғо халыҡ йыры “Фирҙәүескәй” йырын башҡарҙы. Ул йырҙа, ысынлап та, ошондай юлдар бар:
Ҡашың ҡара, буйың зифа,
Керпегең бөгөләлер.
Һинең өсөн, йәнкиҫәгем,
Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй,
Үҙәгем өҙөләлер...
“Ә миңә исемде әсәйемдең бер туған ағаһы Нурмөхәмәт апайым ҡуштырған, әгәр Райхана тип ҡушмаһағыҙ, тупһағыҙға аяҡ баҫмайым, тигән. Һөйгән ҡыҙының исемеме, әллә яратҡан исеме булғанмылыр, уныһын бер ҙә һораманым”,—тине ҡыҙыҡлы әңгәмәгә ҡушылып Р.Э.Булатова. Исеменә “ынйы бөртөгө, берҙән-бер, тиңдәшһеҙ” тигән мәғәнә һалынған ағинәй Асҡарова: “Беҙҙең урамда 2 Фәриҙә булды, аҡ йөҙлөһөн аҡ Фәриҙә, ә мине ҡара Фәриҙә тип йөрөттөләр. Боронғо исем беҙҙең, әллә шуғамы икән хәҙер бик ҡуша һалып бармайҙар, бигерәк тә башҡорттар, ә бына татарҙарҙа ул исем ныҡ таралған”,—тине ғәжәпләнеп. Дөрөҫ әйтәләр, исем кешене түгел, кеше исемде биҙәй. Ҡайһы саҡ кешеһенә ҡарап та исем ҡушабыҙ шул. Бер юлы йәштәргә лә мөрәжәғәтем бар: сабыйҙарҙы ҡолаҡҡа ятмаған, мәғәнәһеҙ исемдәр менән атағансы, ошо мәҡәләләге исемдәрҙе лә иғтибарға алһағыҙ ине!
Исем һайлай атай-әсәй,
Исем һайлай туғандар.
Самиралар, Региналар,
Бар донъяға тулғандар.
Ни етә һуң үҙебеҙҙең
Башҡорт исемдәренә?
Исем булғас тура килһен,
Тағы есемдәренә!
Сарала ҡатнашыусыларға төрлө ҡыҙыҡлы ижади эштәр ҙә йөкмәтелде, күңелле уйындар ҙа үткәрелде. Һәр төркөм үҙ исеменең хәрефтәренә ярашлы шиғыр юлдары яҙып маташһынмы, бирелгән на-каздарҙы үтәһенме, араһын-да концерт номеры башҡарһынмы, интермедиялар күрһәтһенме?.. Шулай ҙа “Иң яҡындарыңды тап” уйыны иң ҡыҙыҡлыһы булғандыр. Бында һәр кем залда ултырыусылар араһынан үҙенең туғанының (әсәһенең, апаһының, ҡыҙының, еңгәһенең, килененең) аҙашын табып, бер рәткә теҙелергә тейеш ине. Һәр кем зыҡ ҡубып, йәһәтләп “яҡындарын” эҙләргә тотондо. Мәҫәлән, миңә, 7 балалы ғаиләлә төпсөк булып тыуған Илүзәгә, минән 20 йәшкә өлкән булған баш бала, бынан 12 йыл элек 66 йәшендә донъя ҡуйған апайымдың аҙашын—юбиляр Сәрүәр апайҙы, апайымдың 1 бөртөк ҡыҙының аҙашы Әлфиәне табыу бер ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Кисәнең башынан аҙағынаса ҡатын-ҡыҙҙар араһында бер бөртөк бойҙай булып ултырған ауыл хакимиәте башлығы Илдар Шәһәрғәзе улы алға сығып баҫҡас, ғәжәпләнеп бер-беребеҙгә ҡараштыҡ, баҡтиһәң, ул Райханабыҙҙың “өлкән улы” булып сыҡты! Был ҡыҙыҡлы мәлде мәңгеләштерер өсөн һәр “ғаилә” иҫтәлеккә фотоға төштө. Уйын-көлкө менән үрелеп барған бай йөкмәткеле байрамдан береһе лә ҡайтырға ашыҡманы. Ҡайтыуға юлланғас та әле, матур сара тәьҫиренән тиҙ генә арынып булманы. Ошо байрам иҫтәлеге итеп тапшырылған аҙаштар бүләге оҙаҡ йылдар, күңелдәрҙе йылытып, аҙаштыҡ шул исемдәрҙә тип, һәр саҡ иҫләтеп торорҙар...
Илүзә Әфләтүнова.
Баймаҡ районы
Билал ауылы.