Байрамдар
13 Марта 2021, 07:55

КИЛЕГЕҘ, АУЫЛДАШТАР, СӘЙ ЭСЕРГӘ!

Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында шул тиклем дәртле, берҙәм халыҡ йәшәй. Бәләкәй генә был ауылда йәшәүселәр үҙ-ара татыу. Һәр төрлө байрамдарҙы бергә үткәрәләр, конкурстар ойошторалар, бергә ял да итәләр. Ә бына ауылдаштары Сания Заманова һәр байрам һайын ҡапҡаһы алдында мул табын әҙерләй.

Бөгөн Масленица байрамына ла ҡоймаҡ ҡуйып, өҫтәленә тәм-том теҙгән.
--Әлбиттә, беҙҙең халыҡтың байрамы түгел, быны яҡшы аңлайбыҙ, хужабикә лә быны яҡшы белә. Әммә эш байрамда түгел, көндәлек тормошҡа яңылыҡ индереп, йомош менән үтеп барыусыларҙы һыйлап, кәйеф өҫтәй. Табын янында туҡтап, гәпләшеп күңел күтәрелә, йылы сәй эсеп йылынабыҙ,--ти ғүмәрҙәр.
Ысынлап та, эш байрамдамы ни? Ғүмер бит бер генә, күрешеп, матур итеп ҡатышып йәшәп ҡалырға кәрәктер ул. Һуңғы йылдарҙа кеше үҙ-үҙенә бикләнде, ҙур-ҙур ҡоймалар артына йәшенде. Замана сире быны тағы ла тулыландырҙы, кеше бер-береһе менән ҡатышыу түгел, бер-береһенең янына килергә өркә башланы. Шундай мәлдә ҡунаҡсыл, аш-һыуға оҫта Сания Заманованың ауылдаштарына йылылыҡ өләшеүе маҡтауға лайыҡтыр, тибеҙ.
Читайте нас