1956 йылдың 8 мартында Бөрйән районының Ишдәүләт ауылында Сәрүәр һәм Һатыбал Күлбаевтарҙың баш балаһы булып тыуған беҙҙең өлкән апайыбыҙ Гөлшат Сапарова. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә тыуғанғамы ул беҙҙең өсөн гүзәл зат эталоны. Апайыбыҙ барыбыҙ өсөн дә хеҙмәте менән дә, йәшәйеше, ғаиләһе, уңғанлығы, оҫталығы, нәзәҡәтлеге, етдилеге, ныҡлығы, сабырлығы менән дә өлгө, үрнәк.
Ырғыҙлы ауылы мәктәбен тамамлап Салауат педагогия колледжында уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән ул. 1975 йылда йүнәлтмә буйынса Баймаҡ районының Богачевка мәктәбенә балалар уҡытырға ебәрелгән. Йәш ҡыҙға шундуҡ Ишмырҙа ауылы егете Сәйет Сапаров күҙ һала. Йәштәр өйләнешә, күп тә тормай ғаиләләренә шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәп ҡыҙҙары Әлфиә, улдары Наиль тыуа. Юғары белем алыуға ынтышылышы шул тиклем көслө була. Ике бәләкәс балам бар тип тормай Стәрлетамаҡ педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. 1983 йылда Сапаровтар Сибай ҡалаһына күсеп килә. Гөлшат Һатыбал ҡыҙы ҡаланың “Дюймовочка” балалар баҡсаһында, мәғариф бүлегендә методист булып эшләй. 1988 йылда Сибай педагогия училищеһында (хәҙерге колледж) студенттар уҡыта башлай. 26 йыл ғүмерен ошо уҡыу йортона бағышлап, Урал аръяғы өсөн генә түгел, тотош республикаға уҡытыусылар әҙерләүгә бөтә тырышлығын һала. 2003-2011 йылдарҙа Г.Сапарова колледжда педагогик практика буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы.
Йәш быуынды уҡытыуҙағы һәм тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштары Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы билдәһе, республиканың мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, хеҙмәт ветераны исеме менән баһаланған.
Балалары ла үҙе кеүек тырыш һәм зирәк. Ҡыҙы Әлфиә Сибай педагогия колледжын, Башҡорт дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Улы Наиль дә апайынан өлгө алып БДУ-ның Сибай институтының юридик факультетынан ҡыҙыл диплом алып сыҡты. Әле апайыбыҙ ейәне Ильяс, ейәнсәре Камила тип йән ата, шул балалар йәшәүенең мәғәнәһе, тормошо дауамы. Ҡыҙғанысҡа күрә, был бәхетле мәлдәрҙе Сәйет еҙнәйебеҙ генә күрә алманы. 8 йыл инде ул беҙҙең арала юҡ.
Гөлшат апайыбыҙ—ғаиләбеҙ терәге, атай-әсәйебеҙ урынына ҡалған һаҡлаусы, яҡлаусыбыҙ. Һәр беребеҙҙе хәстәрләй, ҡайғырта. Уңыш йырлатыуын, яңылыштарыбыҙ илатҡанын, яраларыбыҙҙың әрнеп һыҙлауын һиҙгер тоя.
Йәшәү көсөбөҙ тамам бөткәндә, яҙмыш ергә бәргән саҡта уға төбәп барабыҙ. Уның кәңәштәре артабан йәшәүебеҙгә көс-дәрт бирә, ныҡлыҡ өҫтәй. Күлбаевтарҙың, балаларының алтын бағанаһы булғаны өсөн ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Гөлшат апай! 65 йәшең ҡотло булһын! Гел шулай терәк-таяныс, сәләмәт бул, йән-тән сихәте, именлек теләйбеҙ!
Бөтә туғандарың исеменән--һеңлең Гөлфиә Күлбаева.