Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Март 2021, 11:10

Гүзәл заттарға дан йырланды

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам концерты үтте. Гүзәл заттарҙы яҙҙың беренсе күркәм байрамы менән ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡотланы. Ул “Демография” милли проекты сиктәрендә 5 һәм унан күп бала тәрбиәләүсе Айгөл Барлыбаеваға һәм Әлиә Әхмәтйәноваға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙы.

--Бишенсе балама тәғәйенләнгән миҙалды алыуға 6-сы бәпесебеҙ тыуҙы. Уға әле 2 генә аҙна, --тип ҡыуана бәхетле әсә Әлиә Әхмәтйәнова.
Айгөл Салауат ҡыҙы Барлыбаева 4 ҡыҙ һәм 1 улға ғүмер бүләк иткән.
Сарала шулай уҡ эштәрендә уңыштарға өлгәшкән бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Сибай ҡала хакимиәтенең, ҡала Советының Почет грамоталары менән наградланды.
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, үҙешмәкәр коллективтар көсө менән әҙерләнгән концерт гүзәл заттарҙың күңеленә хуш килде. Улар шулай уҡ театр фойеһында йәйелдерелгән ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарап кинәнде. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы тыуҙырған матурлыҡ—аллы-гөллө ҡорамалар, бәйләмдәр, биҙәүестәр янынан берәү ҙә битараф үтә алманы.