Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Февраль 2021, 10:05

ШӘП ЕГЕТ УЛ БАЙРАС!

--Ватынды һаҡлаусы булыр өсөн мотлаҡ герой булырға тимәгән. Шулай уҡ бәһлүән кәүҙәң дә, хатта енесең дә мөһим түгел. Һәр кем Ватанды һаҡлаусы була ала, бының өсөн ҙур йөрәкле, ҡыйыу булырға һәм Тыуған илеңде ныҡ итеп яратырға ғына кәрәк,--ти Байрас. Фотола: Ислам Байбулов улдары Ильяс, Байрас менән.

ӘРМЕ ХЕҘМӘТЕН ҮТӘҮ—ҺӘР ИР-ЕГЕТТЕҢ МӨҠӘДДӘС БУРЫСЫ, ТИП ҺАНАЙ БЫЛТЫР КӨҘ ГЕНӘ АРМИЯНАН ҠАЙТҠАН БАЙРАС БАЙБУЛОВ. ВОРОНЕЖ, РЯЗАНЬ ӨЛКӘЛӘРЕНЕҢ ХӘРБИ ЧАСТАРЕНДӘ ХЕҘМӘТ ИТЕП, ВАТАНЫ АЛДЫНДАҒЫ БУРЫСЫН ТЕҮӘЛ ҮТӘГӘН ҺАЛДАТ ӘРМЕНЕҢ ЯҠШЫ ТОРМОШ МӘКТӘБЕ БУЛЫУЫН ЙӘШЕРМӘЙ.
Баймаҡ районының Басай ауылында йәшәүсе Айгөл һәм Ислам Байбуловтарҙың ике улдары ла Сибай гимназия-интернатында белем ала. Байрас гимназияла уҡыған саҡта теүәл фәндәргә өҫтөнлөк бирә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, “Кендек” КВН командаһында уйнай. 10-11-се класта ул ҡаланың Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына күсә. Унда иһә гуманитар фәндәр менән мауыға. Кинолар төшөрөргә хыялланған малай бер мәл мәктәптән ҡайтышлай Сибай телевидениеһына барып инә. Үҙенең теләген әйткәс, уҡыусыны операторҙар сараларҙы төшөрөүгә эйәртеп алып йорөй башлай. Тора бара шымара һәм үҙаллы эшләп китә. Армиянан да ул тура СТВ-ға килә һәм әлеге көндә ең һыҙғанып шунда хеҙмәт итә.
Йәш кенә булһа ла Байрастың шөғөлдәре күп. Буш ваҡыттарында фото, видеолар төшөрә, автомәктәптә уҡый. Киләсәктә ул үҙен кино өлкәһендә күрә һәм ошо юҫыҡта юғары белем алырға теләй.
--Ватынды һаҡлаусы булыр өсөн мотлаҡ герой булырға тимәгән. Шулай уҡ бәһлүән кәүҙәң дә, хатта енесең дә мөһим түгел. Һәр кем Ватанды һаҡлаусы була ала, бының өсөн ҙур йөрәкле, ҡыйыу булырға һәм Тыуған илеңде ныҡ итеп яратырға ғына кәрәк,--ти Байрас.
Фотола: Ислам Байбулов улдары Ильяс, Байрас менән.