Йылайыр районының Мәҡсүт һәм Ишбулды ауылдарын хеҙмәтләндергән фельдшер Йомабикә Ҡоломбәтованың эш стажы 30 йылға яҡын. Данлыҡлы йырсылар—Бикбулатовтар ғаиләһендә тыуған ҡыҙ сәнғәт юлын һайлаған башҡа туғандарынан айырмалы рәүештә үҙен медицина өлкәһенә бағышлаған. Сибай интернат-мәктәбен, артабан Сибай медицина училищеһын тамамлаған. Ауылдаштары уны хөрмәтләп, яратып “үҙебеҙҙең табип” тип кенә тора. Күп балалы әсә булараҡ та ул башҡаларға өлгө. Әйткәндәй, нәҫеленең моңо уның ҡыҙы Зөбәйҙәгә бирелгән. Республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, лауреаты булып танылған Зөбәйҙә Ҡоломбәтова әлеге ваҡытта билдәле йырсылар менән йыш сығыш яһай.