АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Февраль 2021, 18:30

7-се мәктәп кадеттары шәп

Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбе кадет кластарҙа киләсәктә хоҡуҡ һағында хеҙмәт итеүгә ҡыҙҙар-малайҙар әҙерләүе менән башҡаларҙан айырыла. Шуға күрә белем усағында уҡытыуға ғына түгел, тәрбиә эшенә ныҡлы баҫым яһала.

Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбе кадет кластарҙа киләсәктә хоҡуҡ һағында хеҙмәт итеүгә ҡыҙҙар-малайҙар әҙерләүе менән башҡаларҙан айырыла. Шуға күрә белем усағында уҡытыуға ғына түгел, тәрбиә эшенә ныҡлы баҫым яһала.
Ватанды һаҡлаусыар көнө уңайынан бында башланғыс кластар уҡыусылары араһында күп
кенә саралар ойошторола. Мәҫәлән, физик культура һәм технология уҡытыусыһы Илнур Рәфҡәт улы Йәнекәйев 1-се кластар өсөн “Күңелле старттар” ойошторһа, 4-се кластар үҙ-ара пионербол уйнап ярышҡан.
“Күңелле старттар” ҙа 1-се кластың өс паралеле уҡыусылары араһында иң-иңдәрҙе һайлап алыу жюриға еңел булмаған. Командаға атама, девиз, эмблема уйлап, бер төрлө кейем кейгән ҡыҙҙар-малайҙар ярыштың һәр төрөндә үҙҙәренең көстәрен, таһыллыҡтарын күрһәтергә тырышты. Шулай ҙа 1В класы башҡаларҙан алға сыҡты һәм еңеү яуланы. 1А класы--икенсе, 1Б класы өсөнсө урында билдәләнде.
4-се кластар араһында пионербол буйынса турнирҙа һәр кластан 6-ар малай ярышты. Беренсе булып 15 мәрәй йыйған 4В класы алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Уларҙан 4А классы аҙ ғына ҡалышһа, 4Б класы өсөнсө урынға өлгөште. 4Г класы уҡыусылары турнирҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бүләкләнде.
--Кадеттар әҙерләү йүнәлешендә эшләгәс, беҙҙә спортҡа иғтибар ҙур. Башланғыс кластарҙа уҡ көсөргәнешле күнекмәләр үткәрәбеҙ. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан уҙғарылған бөгөнгө сарала эш һөҙөмтәһе асыҡ сағылды: уҡыусылар спортты ярата һәм уның төрҙәре менән бик теләп шөғөлләнә. Афарин!—тине мәктәп директоры Әлфир Вәлитов. Уның һүҙҙәрен сараларҙы ҡарарға килгән директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Любовь Кирикова ла ҡеүәтләне.
Балаларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уларҙы спортҡа ылыҡтырыу ошондай бәләкәй сараларҙан башлана. Сәләмәт йәшәү рәүешенә көйләнгән уҡыусылар бер ваҡытта ла насар юлға баҫмай. Белем биреү, тәрбиә эшендә был иң мөһиме.