Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан милли ашамлыҡтарыбыҙҙың туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булыуын белгән. Боронғо ҡиммәттәрҙе йәш быуынға еткереү, өйрәтеү, күрһәтеү маҡсатында Баймаҡ районының Төркмән мәҙәниәт йортоноң " Төйәләҫ " фольклор ансамбле ағзалары "Ҡурмас байрамы" үткәрҙе. Гүзәлиә Камил ҡыҙы алып барған Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылына бғышланған фәһемле сарала Төркмән урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары талҡандың шифалы, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булыусы ашамлыҡ булыуына төшөндө. Балалар был ризыҡ менән туҡланған ата-бабаларыбыҙҙың быуын, умыртҡа һөйәге ауырыуҙарын ни икәнен дә белмәүҙәре, һунарға сыҡҡанда, ураҙа ваҡытында алыштырғыһыҙ аҙыҡ булыуы тураһында йотлоғоп тыңланы. Һуғыш осоронда яугирҙәр уны туҡлыҡлы булғаны өсөн яратып ҡулланған, имгәнгәндәрҙең яралары тиҙ төҙәлгән. Талҡан ашаған ҡатын- ҡыҙҙарҙың сәсе ҡуйы, буй-һыны зифа була. Был милли ризыҡ ауыр һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа халыҡты аслыҡтан йолоп алып ҡалған.
Аш-һыу оҫталары--Ҡужина Дилә, Ласынова Ишбикә оҫталыҡ дәресендә ҡыҙҙар-малайҙарҙы талҡан етештереү серҙәре менән таныштырҙы.
Яратып ҡулланған аш-һыуыбыҙҙың милли брендҡа әйләнеп барыуын иҫбатлаған байрам һәр кемдең күңелендә әйтеп бөтөргөһөҙ хистәр уятты, ҡарап тороуға ябай ғына булған ризығыбыҙға ҡыҙыҡһыныу арттырҙы. Йәш быуынды тәрбиәләүгә арналған үҙенсәлекле сара ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Фәимә Ихсанова, уҡытыусы.
Баймаҡ районы Төркмән ауылы.