Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
15 Ғинуар 2021, 11:35

ҠАР БОРҠОТОП, ТУП ТИПТЕМ...

Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы халҡы Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмер йылына старт бирҙе.

Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылы халҡы Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмер йылына старт бирҙе. Нисек итеп тиһегеҙме? Улар иҫкесә Яңы йылды ҡаршылаған көндө, йәғни 13 ғинуар быйма кейеп футбол уйнарға сыҡҡан. Ҡар өҫтөндә туп тибеү бик ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс булып сыҡҡан.
--Сатлама һыуыҡта, ҡар өҫтөндә быйма менән футбол уйнағанығыҙ бармы? Булмаһа, мотлаҡ уйнап ҡарағыҙ, хәтәр ҡыҙыҡ, аҡлы-ҡаралы туп көрт эсендә юҡ була ла ҡуя, уны эҙләп, тупҡа талашып, тәгәрәп ҡолап ятып ҡалған ҡайҙа,табып алдың икән, йәш ҡарҙы борҡолдатып, үҙеңдекеләргә тибеп ебәрәһең... Инде туп ҡапҡаға инеп китһә, дошман ҡәлғәһен алғандай, ҡыуанаһың, тамаҡ төбө ярып ҡысҡыраһың, йүгереп-туп тибеп түгел, көлөп-һөрәнләп хәл бөтә.
Беҙ шулай Иҫке Яңы йыл байрамын билдәләнек.2021 йыл- Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын үҙебеҙсә башлап ебәрҙек. Һау- сәләмәт булайыҡ, дуҫтар! Атлағыҙ, йүгерегеҙ, һикерегеҙ, ырғығыҙ, ҡыҫҡаһы, хәрәкәттә булығыҙ , - ти уҡытыусы Рәзимә Сәйетова.