"Әкиәт" балалар баҡсаһының "Бәпембә" төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге үтте. Балаларҙы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар бабай һәм Ҡуянҡай ҡаршы алып, уйнатты, бейетте һәм йырлатты. Кескәйҙәр, үҙҙәрен мөғжизә иленә эләккәндәй хис итеп, шыршы янында күңел асып, Ҡыш бабайға үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеп бик ҡәнәғәт ҡалған.
Бәләкәстәр өсөн күңелле иртәлек ойошторған балалар баҡсаһы мөдире Наталья Алексеевна Фаттаховаға, өлкән тәрбиәсе Әлфиә Әхмәт ҡыҙы Ғәбитоваға, төркөм тәрбиәселәре Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Вилдановаға, Зөбәржәт Вәкил ҡыҙы Ҡолөмбәтоваға, кескәй тәрбиәсе Нәйлә Булат ҡыҙы Аллабирҙинаға бөтә ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәттебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙҙең эшегеҙҙә уңыштар, яңынан-яңы асыштар теләп ҡалабыҙ.
Ата-әсәләр коммитеты исеменән--Гөлнара Ҡарабаева.