Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Декабрь 2020, 21:20

Кремль шыршыһына рәхим итегеҙ!

“Йылдың бишенсе миҙгеле, йәки Яңы йылды кем уйлап сығарған?” спектаклен һәр теләгән кеше ҡарай ала.

Быйыл Кремль шыршыһы тәү тапҡыр телевизион форматта үтә. “Йылдың бишенсе миҙгеле, йәки Яңы йылды кем уйлап сығарған” спектакле тамашасыларһыҙ Кремль һарайында ҡуйыла һәм 31 декабрь Мәскәү ваҡыты менән 18.00 сәғәттә “Карусель” каналында күрһәтелә. Тимәк, һәр теләүсе уны ҡарай аласаҡ.
Тамашаны сәхнәләштереүгә билдәле әртистәр, акробатика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы, донъя һәм Европа чемпиондары йәлеп ителгән.
Кремль шыршыһын 31 декабрь ҡарай алмаһағыҙ, борсолмағыҙ. Ул 7 ғинуарҙа 19.30 сәғәттә, 13 ғинуар 17.00 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) ҡабатлап күрһәтелә.