Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Декабрь 2020, 23:50

АЛДЫНҒЫ УҠЫУСЫЛАРҒА - БҮЛӘК!

“25 декабрь – “Бүләктәр көнө”. Иң яҡшы 17 уҡыусы бөгөн Башҡортостан Башлығының бүләген алып һөйөндө”, - тип хәбәр итә “Бәйләнештә” селтәрендә Сибай ҡалаһы башлығы Р.Ә.Афзалов.

“25 декабрь – “Бүләктәр көнө”. Иң яҡшы 17 уҡыусы бөгөн Башҡортостан Башлығының бүләген алып һөйөндө”, - тип хәбәр итә “Бәйләнештә” селтәрендә Сибай ҡалаһы башлығы Р.Ә.Афзалов.
Шулай уҡ ҡаланың бүләге лә тапшырылған. Уҡыуҙа, спортта, ижадта уңышҡа өлгәшкән 300-ләп уҡыусы алған уны. Балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа ҡыуанған. Үҙ тырышлығыңдың һөҙөмтәһен күреү, уның баһаланыуы яҡшы.
--Беҙҙең балалар бик шәп, матур. Һәр береһенең тормошона яҡшы старт бирһәк, барыһы ла килеп сығасаҡ, - ти Р.Ә.Афзалов.