Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Декабрь 2020, 15:10

УЙНАЙЫҠ ТА КӨЛӘЙЕК...

Ҡунаҡтарға ҡағыҙ һәм ручка бирегеҙ. Һәр кем башына ниндәй һан килә, шуны ҡағыҙға теркәһен. Артабан уйынды алып барыусы һорауҙар бирә, улар яуап итеп шул һанды әйтә. Мәҫәлән...

Яңы йыл—ғаиләне, яҡындарҙы, туғандарҙы бер урынға йыя торған күңелле байрам. Матур табын артында көлөшөп, йырлашып, йәнле аралашып ултырыуға ни етә? Ошондай йыл мөхиткә йәм өҫтәп, ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороп та ебәрһәгеҙ, байрам күңелегеҙҙә яҡты тәьҫораттар ҡалдырыр. Һеҙгә бер нисә уйын тәҡдим итәбеҙ.
Теләктәр
Шарҙарҙы өрөп, улар эсенә һәр төрлө теләктәр яҙып һалығыҙ. Һәр кем үҙенә эләккән шарҙы шартлатып, ҡағыҙҙағы теләкте ҡысҡырып уҡыһын. Мәҫәлән: һеҙҙе йыл буйы бәхет оҙатып йөрөр; яңы йылда яңы эшкә күсерһегеҙ; һеҙҙе күңелле сәйәхәт көтә һ.б.
Һандар һәм һорауҙар
Ҡунаҡтарға ҡағыҙ һәм ручка бирегеҙ. Һәр кем башына ниндәй һан килә, шуны ҡағыҙға теркәһен. Артабан уйынды алып барыусы һорауҙар бирә, улар яуап итеп шул һанды әйтә. Мәҫәлән: һеҙгә нисә йәш? һеҙ нисә килограмм? Төшкө аш мәлендә нисә тәрилкә аш ашайһығыҙ? Ауыҙығыҙҙа нисә теш ҡалған? Фантазияғыҙҙы эшкә егеп, ҡыҙыҡлы һәм шаян һорауҙар әҙерләгеҙ.
Байрамығыҙ күңелле үтһен!