Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Декабрь 2020, 12:00

МӨҒЖИЗӘНЕ ҮҘЕБЕҘ БУЛДЫРАЙЫҠ!

Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында йәшәүсе Шамил Абдулла улы Юлдашбаев йыл да фанера һәм металдан һындар эшләй. Уның фекеренсә, мөғжизә көтөргә түгел, уны үҙ ҡулдарың менән булдырырға кәрәк.

Әүҙем һәм ижади ҡарашлы кешеләр һәр саҡ һоҡланыу уята. Шундайҙар айырыуса Яңы йыл байрамы алдынан күҙгә йыш салына. Дәртлеләр йортон, ихатаһын биҙәй, байрам кәйефе уята. Улар гирляндалар элеп кенә ҡалмай, һәр төрлө һындар булдыра. Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында йәшәүсе Шамил Абдулла улы Юлдашбаев йыл да фанера һәм металдан һындар эшләй. Уның фекеренсә, мөғжизә көтөргә түгел, уны үҙ ҡулдарың менән булдырырға кәрәк.