Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашты. Республика етәксеһе “Башҡортостан” Дәүләт концерт залына ҡуйылған ҡупшыҡайға эленгән өс шыршы шарын алды. Унда акцияла ҡатанашыусыларҙың теләге яҙылған ине.
9 йәшлек Михаил Манулин электрон микроскоп хаҡында хыялланһа, ә 15 йәшлек Роман Щекатров өлкәндәргә тәғәйенләнгән өс тәгәрмәсле велосипедлы булырға теләй. Ә 65 йәшлек Татьяна Буланкина ҙур экранлы планшет һораған.
--Был өс теләкте лә мин мотлаҡ үтәрмен,--тип белдерә Радий Хәбиров.—Был бик шәп проект, ул Рәсәй Президенты В.В.Путин инициативаһы менән бойомға ашырыла. Ауыр 2020 йылда акцияның әһәмиәте бигерәк тә ҙур. Пандемияға бәйле ҡайһы бер һорауҙар асыҡ ҡалыуҙан кешеләр бошонорға тейеш түгел. Республика Хөкүмәте менән шундай ҡарарға килдек: һәр беребеҙ килеп шыршынан шар аласаҡ һәм унда яҙылған теләкте үтәйәсәк. Бында бәләкәстәр, ололар үҙ хыялын белдергән, улар мөғжизә көтә. Беҙҙең бурыс—мөғжизә булдырыу.
Белешмә: “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты—етем балаларҙың, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәрҙең, сәләмәтлектәре ҡаҡшаған ололарҙың хыялын тормошҡа ашырыу. Быйыл был акцияға стартты ил Президенты 5 декабрь бирҙе. Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Акция сайтына Башҡортостандан 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙы 28 февралгә тиклем үтәргә кәрәк.