Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Декабрь 2020, 23:50

Бүләк тә бар бында, ҡурай ҙа...

Сибай ҡалаһының үҙәк майҙанын нимәләр биҙәй? Уны кемдәр эшләгән?

Барыбыҙ ҙа яратҡан Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Һәр кем унан ниндәйҙер мөғжизә көтә! Ә бына Сибай ҡалаһының Үҙәк майҙанында мөғжизәләр хасил була ла башланы.
Уҙған йыл бында пикселле шыршы ҡуйылһа, быйыл был заманса ҡупшыҡайҙы яҡтылыҡ арт-объекттары тулыландырасаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙә белдерҙе:
“Үҙәк майҙанда яңы арт-объекттар—“Бүләк”, “Ҡурай”, “Йыл символы—үгеҙ”, йөрәк, даға, ҡояш формаһындағы аркалар урынлаштырабыҙ. Ҡала халҡына оҡшар тип ышанабыҙ!
Халыҡ ижады үҙәгенең талантлы һәм креатив командаһына ҙур рәхмәтлемен, улар бер айҙан күберәк ошо матурлыҡты булдырыу өҫтөндә эшләне. Һәр береһен айырым билдәләп үткем килә. Улар—Тимур Мөрсәлимов, Рәил Латыпов, Тимур Исмәғилев, Анатолий Насакин, Евгений Столбов, Илһам Таһиров, Лилиә Рәхмәтуллина. Шулай уҡ айырым рәхмәт идея авторына--Илшат Солтангәрәевҡа. Уның һүнмәҫ энергияһы, ныҡышмаллығы менән матурлыҡ тыуҙы”.