4 ноябрҙә Рәсәй халҡы Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Байрамға арналған саралар онлайн режимда үтәсәк. Уларҙа ҡатнашыусы ил халҡы төрлө интернет-челендждарҙа, флешмобтарҙа берләшә ала.
3 ноябрҙә барлыҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары “Сәнғәт төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Театрҙар, филармониялар, китапханалар, музейҙар тура трансляция алып бара, онлайн-концерт, виртуаль концерт, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡаһын тәҡдим итә. Тулы программа менән Мәҙәниәт министрлығы сайтында танышырға мөмкин: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/316507/ 3-8 ноябрҙә онлайн форматта “Ҙур этнографик диктант” яҙасаҡбыҙ. Сайт: www.miretno.ru 4 ноябрҙә Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Бөтә Рәсәй #Танцуютвсе флешмобына ҡушыла.
2-4 ноябрҙә тарихи-мәҙәни үҙәк – Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы филиалы аш-һыу флешмобына (#ВкуснонациональноБашкортостан) ҡушыла.
Шулай уҡ ошо аралыҡта балалар һүрәте конкурсы уҙғарыла. ( #Сильныеединые).
Популяр артистар, блогерҙар социаль селтәрҙәрҙә Мостай Кәримдең “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” шиғырын уҡып ишеттерәсәк. #Поэзией Едины, #МинРоссиянмын, флешмобына ҡушылыусы шиғырҙы үҙ телендә ятлаясаҡ.
Бынан тыш, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм “Рәсәй – минең тарихым” тарихи парк менән берлектә онлай “түңәрәк өҫтәл” ойоштора.