Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Октябрь 2020, 12:50

АУЫЛДАРҘА БӨГӨН ҠАҘ ӨМӘҺЕ...

Өйөң ҡаҙлы булһын!Мамыҡ яҫтығы булһын!Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫеӨй эстәренә тулһын!

Ҡаҙ өмәһе- башҡорттарҙың йола байрамы. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып йолҡоу өсөн үткәрелгән өмә. Ҡаҙ өмәһе – ул матур итеп аралашыу, күңел асыу, үзеңде күрһәтеү ҙә булып тора. Ҡаҙ мамығынан мендәр, түшәк, яҫтыҡтар яһайҙар, итен аш-һыу өсөн файҙаланалар.
Башҡорт йәштәре ҡаҙ өмәһен айырыуса көтөп ала торған булғандар. Ҡаҙ өмәһен бигерәк тә ҡыҙҙар көтөп алған. Шунан ситтә ҡалмаҫ өсөн, улар бәпкәләре күп булған апайҙарға йәйҙән үк һүҙ һалып ҡуйғандар. Был ғаиләгә оҡшарға, ярарға тырышкандар. Йолҡонған ҡаҙҙарҙы көйәнтәгә аҫып ҡыҙҙар шишмәгә, һыу буйына мәкегә алып төшкәндәр. Шул һыуҙа ҡаҙҙарҙы йыуғандар. Ғәҙәттә, ҡурайҙар тағып, ҡыҙҙар менән бергә егеттәр ҙә шишмәгә төшкән. Ҡаҙҙарҙы йыуып ҡайтыуға, хужабикә ҡаҙ майында ҡоймаҡ, тәбикмәк бешереп, сәй әҙерләп көтөп торған.
Киске мәҗлес тамамланғас, йортта йәштәр уйыны ойошторолған.
Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы халҡы "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә Ҡаҙ өмәһе ойошторҙо. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Мәрзиә Фәхри ҡыҙы Салауатованың йортона йыйылып йоланы башҡарҙы, матур йырҙар йырлап, күңел дә асты.

Ауылдарҙа бөгөн ҡаҙ өмәһе
Аҡ мамыҡҡа донья күмелгән,
Һәм әбейҙәр һүҙһеҙ генә йырлай,
Үҙ йәшлеге йырын һағынған.
Читайте нас: