АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Октябрь 2020, 16:23

«Урал батыр уты» балҡыясаҡ

«Урал батыр уты» башҡорт мәҙәниәте асыҡ төбәк-ара марафонының Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерттары башлана.

«Урал батыр уты» башҡорт мәҙәниәте асыҡ төбәк-ара марафонының Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерттары башлана. 8 – 11 октябрҙә республиканың ҡала һәм райондарында сәнғәт оҫталары, билдәле ижади коллективтар һәм солистар: Радик Юлъяҡшин, Рөстәм Ғиззәтуллин, Альберт Исмаил, “Арғымаҡ”, “Дәрүиш –хан”, “Алтынай”, “Бишбармаҡ” төркөмдәре, ZAINETDIN этно-проекты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, М.Кәрим исемендәге Мили йәштәр театры артистары, Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы республика филармониялары коллективтары ҡатнашлығында киң масштаблы мәҙәни саралар ойоштороласаҡ.
Һәр концерт Башҡортостан төбәктәрендә тыуып-үҫкән легендар шәхестәргә арнала һәм бик уникаль булмаҡсы.