Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Сентябрь 2020, 16:40

РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ, ТӘРБИӘСЕЛӘР!

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылындағы "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһы коллективында эшләүсе, үҙ эштәренең оҫталары булған тәрбиәселәр Сәғәҙәтова Зөбәйлә Зәки ҡыҙын, Яҡупова Гөлшат Зәкир ҡыҙын, Муталлапова Гөлфирә Булат ҡыҙын, Сафина Гөлсирә Һиҙиәт ҡыҙын, Ҡоланбаева Рәзилә Зиннур ҡыҙын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Шулай уҡ бәләкәстәрҙе тәмле-тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсы Гөлнара Наил ҡыҙы Баййегетованы тәбрик итәбеҙ!

Ата-әсәйҙән ҡала балаға ҡалаҡ тоторға, хәреф танырға, төҫ айырырға, һүрәт төшөрөргә кем өйрәтә?! Әлбиттә, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре!
Бөгөн еңел булмаған һөнәр эйәләре--тәрбиәселәр үҙҙәренең байрамдарын билдәләй.
Ошо уңайҙан Баймаҡ районы Таулыҡай ауылындағы "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһы коллективында эшләүсе, үҙ эштәренең оҫталары булған тәрбиәселәр Сәғәҙәтова Зөбәйлә Зәки ҡыҙын, Яҡупова Гөлшат Зәкир ҡыҙын, Муталлапова Гөлфира Булат ҡыҙын, Сафина Гөлсирә Һиҙиәт ҡыҙын, Ҡоланбаева Рәзилә Зиннур ҡыҙын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!
Коллективта үҙ эшен, балаларҙы яратҡан, тәжрибәле тәрбиәселәр тупланған. Һеҙҙең эшегеҙ бик яуаплы, тынғыһыҙ. Баланың мәктәпкәсә осоро—бик яуаплы, мөһим мәл. Көн һайын балаға иғтибар, күңел йылыһы биреп, кескәйҙәрҙе төрлө яҡлап үҫтереп, уларға тәүге аҙымдарын яһарға ярҙам итәһегеҙ! Күпме бала – шунынсама холоҡ. Уларға яраҡлашырға тырышып, уны шәхес итеп тәрбиәләргә күп көс һалаһығыҙ.

"Ҡарлуғас" балалар баксаһында берәй сара үтһә, мин һәр саҡ ҙур теләк менән ашҡынып бара торғайным, сөнки балалар өсөн яңынан-яңы сценарийҙар, яңынан-яңы бейеү, йырҙар әҙерләйҙәр. Улар балаларҙың йыр-моңға ғына һәләттәрен үҫтереп ҡалмай, ә шахмат-шашка ярыштары менән район кимәлендә лә йыш ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулап ҡайталар. Былар барыһы ла тәрбиәселәрҙең тынғыһыҙ хеҙмәт емеше! Балаларын һеҙгә ҡалдырған ата-әсәнең күңеле һәр саҡ тыныс!
Баҡсала яҡшы мөхит булдырылған. Шуға ла беҙҙең балалар унда “барабыҙ” тип ашҡынып торҙо. Бәләкәстәр өсөн унда бар шарттар ҙа булдырылған, уйын бүлмәләре иркен, майҙансыҡ аллы-гөллө итеп биҙәлгән. Ихатаны төрлө-төрлө сәскәләр биҙәй. Тырышлыҡ бушҡа китмәй. Уңған коллектив быйыл районда “Иң матур сәсәкә үҫтереүсе коллектив” булараҡ юғары баһа алды. Төрлө өлкәлә яуланған уңыштары өсөн “ҡарлуғас”тар район хакимиәтенән Маҡтау ҡағыҙҙары алып тора.
Изге эшегеҙ, киләсәкте тәрбиәләүгә индергән тос өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле тәрбиәселәр! Ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар, яулайһы үрҙәр, тырыш балалар теләйбеҙ! Балалар баҡсаһының киләсәге оҙон булһын, унда кескәйҙәр тауышы тынмаһын!
Альбина Баййегетова.
Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы.