АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Сентябрь 2020, 12:05

КЕСКӘЙҘӘРҘЕҢ ЯҠЫН ДУҪЫ

Баймаҡ ҡалаһының “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рита Фәтхетдинованы бергә эшләгән коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә тап шулай атай.

Баймаҡ ҡалаһының “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рита Фәтхетдинованы бергә эшләгән коллегалары ла, ата-әсәләр ҙә тап шулай атай. Бәләкәстәр ҙә яратҡан апайҙарын һәр көн түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Рита Сәғиҙулла ҡыҙының һәр иртәһе ҡояш кеүек йылмайып кескәйҙәрҙе баҡсаға ҡабул итеүҙән башлана.
Баймаҡ районының Алғаҙы ауылында тыуып-үҫкән Рита мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә. Филолог һөнәренә эйә булһа ла кескәйҙәрҙе яратыуы уны балалар баҡсаһына эшкә алып килә.

2015 йылдан алып ул “Күбәләк” балалар баҡсаһында эшләй, юғары категориялы өлкән тәрбиәсе. Быйыл үҙ эшенә яуаплы ҡараған педагогҡа өлкән балалар төркөмө ышанып тапшырылған. Күптәр тәрбиәсе һөнәрен бик еңел, ябай эш тип күҙ алдына килтереп, тәрән яңылыша. Был һөнәрҙең ни тиклем ҡатмарлы һәм яуаплы булыуын, күпме көс талап итеүен тәрбиәсе булған кеше генә яҡшы аңлайҙыр.аймаҡ районының Алғаҙы ауылында тыуып-үҫкән Рита мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инә. Филолог һөнәренә эйә булһа ла кескәйҙәрҙе яратыуы уны балалар баҡсаһына эшкә алып килә.
Юғары категориялы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рита Фәт-хетдинова кескәйҙәрҙең ижади һәләттәрен асыу, уларҙы үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Ул балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү, уларҙа туған телгә һөйөү уятыу маҡсатында компьютерҙа интерактив дидактик уйын эшләгән. Был уйындар мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа танып-белеү һәләтен, ижади әүҙемлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта Рита Фәтхетдинованың “Булатты һыйла”, “Алъяпҡысты милли орнаменттар менән биҙә”, “Ҡурсаҡты кейендер”, “Өндәр иле” һәм башҡа бик күп дидактик уйындары бар. Әйткәндәй, “Күбәләк” балалар баҡсаһында Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан инновацион майҙансыҡ булдырылған.
Көн һайын 35 баланың һәр береһе менән уртаҡ тел табып, улар менән дуҫтарса аралаша белгән тәрбиәсегә һоҡланмау мөмкин түгел. “Балалар менән эшләүе ҡыйын түгелме?”—тигән һорауыма: “Юҡ, әлбиттә. Хәҙер бәләкәстәр бар нәмәне белеп тыуа, вундеркинд бит улар, хатта ҡайһы осраҡта үҙем уларҙан өйрәнәм”,—тип йылмая үҙ эшенең оҫтаһы, кескәйҙәрҙең яҡын дуҫы Рита Сәғиҙулла ҡыҙы.