Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Сентябрь 2020, 16:15

Асия, Сафия—ысын башҡорт ҡыҙҙары

Күп балалы әсә Нәйлә Тотманова быйыл 1-се класҡа барған Сафия ҡыҙына түшелдерек кейҙергән, сәсенә сулпылар үргән. Сафияны байрамға милли биҙәүестәр таҡҡан әсәһе менән бергә бәләкәс Асия һеңлеһе лә оҙатып барған.

Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында Милли кейем байрамы үтте. 9-сы лицей филиалы булған был мәктәптә төрлө милләт вәкилдәре балалары белем ала. Улар үҙ-ара дуҫ, татыу. Башланғыс мәктәп етәксеһе Нурзиә Фәрит ҡыҙы Рысҡужина етәкселегендә һәр класс уҡытыусылары балаларға матур сара ойошторҙо. Төрлө-төрлө милли кейемдәрҙә килгән уҡыусылар иғтибар үҙәгендә булды. Аҙаҡ ҡыҙҙар-малайҙар халыҡ уйындары уйнаны, йүгерҙе, ярышты.
Күп балалы әсә Нәйлә Тотманова быйыл 1-се класҡа барған Сафия ҡыҙына түшелдерек кейҙергән, сәсенә сулпылар үргән. Сафияны байрамға милли биҙәүестәр таҡҡан әсәһе менән бергә бәләкәс Асия һеңлеһе лә оҙатып барған.
--Өлкән улыбыҙ Айнур быйыл Арҡайым мәктәбен тамамлап ҡаланың Р.Өмөтбаев исемендәне башҡорт лицейына 5-се класҡа уҡырға барҙы. Әле бында Арслан, Сафия уҡый. Асманға 5 йәш,--ти Нәйлә Ғәзиз ҡыҙы. –Милли биҙәүестәргә эшләргә әсәйем әүәҫ. Мин дә унан ҡалышмаҫҡа, заман менән бергә атларға тырышам.
Тотмановтар ғаиләһе сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Сибай педагогия колледжында физкультуранан уҡытҡан ғаилә башлығы Мөҙәрис Миңнебай улы балаларын кескәйҙән сыныҡтырып үҫтерә. Уларҙың иртәһе зарядканан башлана. Тотмановтар ҡаланың демографик үҫешенә тос өлөш индереп кенә ҡалмай, ул һәм ҡыҙҙарын милли рухта тәрбиәләй, ысын патриоттар итеп үҫтерә.