Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
12 Июль 2020, 15:15

ҺЫУ БУЙЫНДА БАЛЫҠСЫ

...Ә инде кистәрен Һаҡмар буйын яңғыратып гармун да уйнап ебәргәндә, балыҡтар ҙа тын ҡалып, беҙҙең йыр-моңдо тыңлай кеүек, - ти Азат.

Балыҡсылар көнө йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. Был көн СССР-ҙың Юғары Советы указына ярашлы балыҡсылыҡты үҫтереү йәһәтенән барлыҡҡа килгән.
Балыҡ тоторға яратмаған ир-егет һирәктер ул! Беҙҙең яҡташыбыҙ Азат Буранғолов та шәп балыҡсы.
--Йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Әбделкәрим ауылында буй еткерҙем, бәләкәйҙән йылғанан ҡайтып инмәнек. Рәхәтләнеп һыу инер, балыҡ тотор инек. Был шөғөлдө үҫә төшкәс тә ташламаным. Әрменән һуң Һаҡмар буйына балыҡ ҡармаҡларға йыш килә торғайным. Өйләнгәс, минең яратҡан шөғөлөмдө улдарым да үҙ итте, ғаилә менән бергәләшеп йөрөй башланыҡ. Кемдер балыҡ тота, икенселәр таҙарта, кәләш унан тәмле аш бешерә. Ә инде кистәрен Һаҡмар буйын яңғыратып гармун да уйнап ебәргәндә, балыҡтар ҙа тын ҡалып, беҙҙең йыр-моңдо тыңлай кеүек, - ти һүҙгә маһир, шаян Азат.
Читайте нас: