Коронавирусҡа бәйле талаптар үҙгәреп кенә тора. 16 июнгә тиклем Никах йорттары эшләмәне, шунлыҡтан туй хаҡында хәбәр ҙә ишетелмәгәйне.
Никах йорттары асылыу менән туйҙар башланды... Баймаҡ районында йәшәүсе Айгиз менән Илүзә никахтарын рәсми рәүештә тәбиғәт ҡосағында теркәгән. Артабан туй мәжлесе башланып, башҡорт йолаларына ярашлы ҡыҙҙы оҙатып ҡуйғандар. Ә төп ҡоҙалар, ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып, киленде матур итеп ҡаршы ла алғандар.
Билдәле, бер туй ҙа шаярыуһыҙ үтмәй. Ҡоҙа-ҡоҙасалар етди генә ултыра аламы инде?! Ҡоҙаларҙы көнүҙәк проблемаға ярашлы махсус кейемдәрҙә ҡаршы алғандар, хатта антисептик та әҙерләп ҡуйғандар... Ҡаты ҡағылмайыҡ, шаярыу - шаярыу менән... Иң мөһиме, бөгөн табын артында ҡунаҡтар теләгән изге теләктәр бойомға ашһын, сирҙәр урап үтһен, ғаиләләр ныҡ булһын, сабыйҙар донъяға килһен!
Тормош дауам итә! Айгиз менән Илүзәне беҙ ҙә законлы никахтары менән ҡотлап, һүрелмәҫ мөхәббәт, ныҡлы ғаилә теләйбеҙ! Ата-әсәйегеҙ фатихаһы ғүмер буйына оҙата барһын! Бәхетле булығыҙ, йәштәр!