Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
1 Июнь 2020, 12:05

ҠОЯШТАЙ НУРЛЫ БАЛА САҠ

Бар донъяға эскерһеҙ күҙҙәре менән баҡҡан, ата-әсәләре янында шау-гөр килеп рәхәтләнеп уйнаған кескәйҙәргә ҡарап, үҙең дә бер аҙға ғына булһа ла ғәмһеҙ бала саҡ иленә ҡайтаһың... Кеше ғүмеренең иң матур һәм онотолмаҫлыҡ мәле—бала сағы. Донъяны ла алһыу төҫтәрҙә генә күрәһең, осҡан күбәләктәргә, төрлө сәскәләргә һоҡланып, тирә-яҡты нурландырып йәшәйһең...

Күңелдәрендә һәр саҡ ҡояш йөрөткән, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән шат һәм көләс был ҡыҙ һәм малайҙар хеҙмәттәштәребеҙҙең, йәғни “Атайсал” редакцияһы хеҙмәткәрҙәренең балалары.
Бар донъяға эскерһеҙ күҙҙәре менән баҡҡан, ата-әсәләре янында шау-гөр килеп рәхәтләнеп уйнаған кескәйҙәргә ҡарап, үҙең дә бер аҙға ғына булһа ла ғәмһеҙ бала саҡ иленә ҡайтаһың...

Кеше ғүмеренең иң матур һәм онотолмаҫлыҡ мәле—бала сағы. Донъяны ла алһыу төҫтәрҙә генә күрәһең, осҡан күбәләктәргә, төрлө сәскәләргә һоҡланып, тирә-яҡты нурландырып йәшәйһең...
Араларында иң бәләкәсе булған Денис Үҙәнбаевҡа алты йәш, ҡаланың “Аленушка” балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәйҙән бейергә яратҡан малай “Гөлдәр” халыҡ балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Киләсәктә Денис табип булырға хыяллана. Ә бына уның ағаһы Тимур ҡустыһына ҡарағанда, күпкә етдирәк күренә. Ни тиһәң дә ул бит ағай кеше, 3-сө класты тик “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлаған. Бигерәк тә уға математика фәне оҡшай, инглиз телен дә яратып өйрәнә. Уның сит телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ла юҡҡа түгел, ҙурайғас Америкала йәшәргә теләй.
Тимур Үҙәнбаев спортты ла үҙ итә, бигерәк тә футбол һәм волейбол уйнарға ярата. Ағалы-ҡустылы шуҡ малайҙарҙың тағы ла бер яратҡан шөғөлдәре бар. Космос ҡыҙыҡһындыра уларҙы, икәүләшеп йондоҙҙарҙы күҙәтергә яраталар, астрономия фәне менән
ҡыҙыҡһыналар.
Әйткәндәй, атала-рының уң ҡулы һәм ярҙамсыһы ла улар.
Наҙлы һәм иркә ҡыҙҙарҙың береһе—Нурия Вәлиева быйыл Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына уҡырға барырға йыйынһа, ә бына Мәҙинә Ҡадаева Арҡайым башланғыс мәктәбендә 2-се класты тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған.
Нурия торғаны менән әртис! Телдәр, һүҙгә маһир, отҡор, бар нәмәне күңеленә яҡын алған, нескә күңелле, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡай. Төрлө шиғыр ятлау, әкиәт һөйләү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Өс йәше лә тулмаҫ элек «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсында сығыш яһаны. Бигерәк тә йырларға һәм бейергә ярата.
Мәктәптә тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшкән Мәҙинә ғәрәп телен дә яҡшы белә. Ул ҡаланың “Тәҡүә” мәсетендә ислам тәғлимәтен һәм дини һабаҡтарҙы өйрәнә. “Голос мира-2017”конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулай. Ике ағаһына иркәләнеп, ата-әсәһенә арҡаланып үҫкән Мәҙинә киләсәктә матурлыҡ салоны асырға хыяллана.
Донъялағы барлыҡ балалар ҙа Денис һәм Нурия, Мәҙинә һәм Тимур кеүек матур хыялдар менән йәшәһен!
Йөҙҙәренән йылмайыу китмәһен, яндарында һәр саҡ уларҙы ҡосоп, яратып торған ата-әсәләре булһын! Бәхетле һәм ғәмһеҙ бала саҡ мәлдәре күңелдәрендә мәңге ҡояш кеүек балҡыһын!