Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Май 2020, 11:20

"ӘКИӘТ" ИЛЕНӘ РӘХМӘТ!

Бәлки, улар башҡаса был баҡсаға йөрөй алмаясағын, ниндәйҙер ҙурыраҡ баҫҡысҡа - мәктәп тигән баҫҡысҡа баҫасаҡтарын тулыһынса аңлап та етмәйҙәрҙер. Әммә, иманым камил, улар бер мәл аңларҙар һәм ошо бәхетле, эскерһеҙ, бары тик уйынға ҡоролған ғәмһеҙ, саф бала саҡтарын, тәрбиәселәрен һағынырҙар. Ә әлегә уларға бары тик һаулыҡ һәм уңыштар юрайыҡ. Тәрбиәселәренең һәм ата-әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, тормош һуҡмағынан тайпылмай атлауҙарын теләйек!

Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә икән... Яңыраҡ ҡына ҡыҙымды Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһына биргән һымаҡ инем... 2,5 йәшлек кенә сабыйҙы тәрбиәселәр ҡулына ҡалдырып китеү еңел түгел ине. Күңел һыҙланыуҙары, ярты көн эсендә ныҡ һағыныу тынғылыҡ бирмәне. Шул саҡ мөдирҙең - Наталья Алексеевнаның барлыҡ ата-әсәләрҙе йыйып алыуы, тынысландырырҙай һүҙҙәр әйтеүе, был коллективта тәжрибәле, үҙен яҡшы белгән тәрбиәселәрҙең эшләүен белдереүе рәхәтлек өҫтәне. Тиҙ арала беҙ генә түгел, бәләкәстәр ҙә тәрбиәселәргә өйрәнеп алды, дуҫтар тапты. Бер аҙҙан үҙҙәре үк баҡсаға барырға талпынып торҙо. Бында уларға күңелле ине: уйнайҙар, төрлө дәрестәрҙә телмәрҙәрен, фекерләү ҡеүәләрен үҫтерәләр. Берәм-берәм ҡала, республика күләмендәге ярыштарға сыға башланылар. Балаларыбыҙҙың уңыштарын, үҫештәрен күреп беҙ ҙә ҡанатландыҡ. Үҙаллы ғына өйҙә шөғөлләнһәк, моғайын да, бындай ҡаҙаныштарға өлгәшә алмаҫ инек. Ни өсөн тигәндә эштән һуң ата-әсәләрҙең ваҡыты ла, хәле лә ҡалмай тигәндәй, белем биреү өлкәһендә тәжрибәһе лә юҡ. Шуға ла балалар баҡсаһының, тәрбиәселәрҙең был тәңгәлдә роле бик ҙур. Ҡыҙ-улдарыбыҙ телмәр-фекерләү йәһәтенән үҫешеп кенә ҡалмай, коллективҡа өйрәнә, кеше фекерен иҫәпкә алырға, башҡаларҙы ихтирам итергә күнегә. Ә музыка етәкселәренең сәхнәгә сығырға өйрәтәүе һәләттәрен генә асып ҡалмай, ҡыйыулыҡҡа өндәй. Логопед, дефектолог һәм башҡа белгестәрҙең эшләүе тиҙ арала һәм ваҡытында баланы дөрөҫ юҫыҡта тәрбәиләргә мөмкинлек бирә, нимәгә иғтибар итергә юл күрһәтә. Физик культура тәрбиәсеһенең көн дә иртәнсәк бәләкәстәргә күнекмә эшләтеүе, медицина хеҙмәткәренең сәләмәтлеккә иғтибар итеүе бик ҡыуаныслы. Көн режимы, һаулыҡ торошо бик мөһим.
Баҡсала төрлө түңәрәктәр эшләне. Бәләкәстәр бассейнда рәхәтләнеп йөҙҙө, һаулығын нығытты. Робототехникала фекерләү ҡеүәһен, зиһенен үҫтерҙе. Инглиз теле түңәрәгендә был донъяла рус, башҡорт теленән башҡа бик күп телдәр булыуына төшөнөп, инглиз телендә һүҙлеген байытты. Спорт түңәрәген малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа яратып өлгөрҙө. Ә төрлө экскурсия мәлендә танып белеү һәләтен үҫтерҙе, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап тапты. Коллектив рәүештә ҡараған спектакль-тамашалар ҙа уларҙың фекерләүен киңәйтте.
"Әкиәт" балалар баҡсаһы беҙҙең балалар был донъяға ауаз һалған осорҙа ғына сафҡа инде. Йәғни яңы, заманса баҡса ул. Бында йылы, яҡты, бөхтә, нур уйнай, бар шарттар ҙа бар. Баҡсаның һәр мөйөшө зауыҡ менән биҙәлгән, бәләкәстәр унда ингеләре килеп кенә тора! "Әкиәт"тә талантлы, һәр яҡлап һәләтле тәрбиәселәр эшләй. Улар икенсе әсәй ролен генә башҡармай, кәрәк икән рәссам, кәрәк икән актриса...Уларҙың ҡулдары менән бик күп матур мөйөштәр булдырылған, төрлө тематикаға һә тигәнсе төрлө уйынсыҡтар эшләп ултыртыу һәләтенә эйә улар. Был эшкә ата-әсәләрҙе, балаларҙы ла йәлеп итеп, бергәләп эшләйҙәр. Шуға ла һәр бер байрам үҙенсәлекле күргәҙмәләр менән биҙәлеп, күркәм залда матур сценарий, дәртле йыр-бейеүҙәр менән уҙғарылды.
Ғөмүмән, балаларыбыҙ үҫте, улар менән беҙ ҙә күп нәмәгә өйрәндек, үҫтек... Быларҙы үткән заманда һөйләүе, әлбиттә, бер яҡтан моңһоу... Һуңғы айҙарҙа беҙ, илдә барған хәл сәбәпле, баҡсаға йөрөй алманыҡ. Ошо осорҙа ғына балалар баҡсаны ла, тәрбиәселәрҙе лә, дуҫтарын да бик һағынды... Бәлки, улар башҡаса был баҡсаға йөрөй алмаясағын, ниндәйҙер ҙурыраҡ баҫҡысҡа - мәктәп тигән баҫҡысҡа баҫасаҡтарын тулыһынса аңлап та етмәйҙәрҙер. Әммә, иманым камил, улар бер мәл аңларҙар һәм ошо бәхетле, эскерһеҙ, бары тик уйынға ҡоролған ғәмһеҙ, саф бала саҡтарын, тәрбиәселәрен һағынырҙар. Ә әлегә уларға бары тик һаулыҡ һәм уңыштар теләйек. Тәрбиәселәренең һәм ата-әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй тормош һуҡмағынан тайпылмай атлауҙарын теләйек!
Ә ҡәҙерле "Әкиәт" балалар баҡсаһы коллективына, мөдир Наталья Алексеевна Фәттаховаға, барлыҡ тәрбиәселәргә, уларҙың ярҙамсыларына, белгестәргә рәхмәт белдерәбеҙ! Беҙҙең ҡыҙ-улдарыбыҙҙы тәүге көндәрҙән үҙ балаһындай баҡҡан Эльвира Рәмил ҡыҙына, Айгөл Сәйетәхмәт ҡыҙына, Лениза Хәлит ҡыҙына, Раушания Рәфҡәт ҡыҙына һәм һуңғы йылда ғына беҙҙең төркөмгә килгән, әммә бик күп эштәр башҡарып өлгөргән Әлфиә Ғаяз ҡыҙына ҙур рәхмәт! Һеҙҙең күңел йылығыҙ, һәр балаға шәхес тип ҡарауығыҙ, ижади эшегеҙ, сабыр холҡоғоҙ юғары баһаға лайыҡ! "Ынйыҡай " төркөмө ата-әсәләре һеҙгә оло рәхмәтле! Киләһе тәрбиәләнеүселәрегеҙ ҙә уңыштары, тәртиптәре менән һөйөндөрөп торһон! Ныҡлы һаулыҡ, еңел булмаған эшегеҙҙә түҙемлек, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ!