АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Май 2020, 10:00

МӨБӘРӘК БУЛҺЫН УРАҘА ҒӘЙЕТЕ

Ураҙа байрамы—иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Рамаҙан айы дауамында башҡарылған ураҙа тотоу тамамланып, Шәүүәл айының тәүге өс көнө буйы билдәләнә.

Ураҙа байрамы—иң мөһим мосолман байрамдарының береһе.
Рамаҙан айы дауамында башҡарылған ураҙа тотоу тамамланып, Шәүүәл айының тәүге өс көнө буйы билдәләнә.
Ураҙала булып, игелектәр ҡылып, Аллаһы Тәғәләгә маҡтау яуҙырып уҙғарған Рамаҙанды диндарҙар ололоҡлап оҙата.
Ураҙа байрамы изге айҙың төп ҡанундарын—рухи таҙарыныуҙы, тыныслыҡ һөйөү һәм миһырбанлыҡты, яҡшы эштәр ҡылыуҙы сағылдыра. Был көндәрҙә һәр кем йолаға ингән аш-һыу әҙерләй, мосолмандар иртә менән тороп, ғөсөл ҡойоноп, таҙа кейемдәрен кейеп, Ураҙа ғәйете намаҙына баҫа. Ул өйлә намаҙы еткәнсе дауам итә.
Аллаһ рәсүле (саллаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) Ураҙа ғәйете көнөнөң иртәнге намаҙын уҡығас, байрамға барғанда кешеләргә фитыр саҙаҡаларын байрам намаҙына ҡәҙәр таратып бирергә ҡушҡан. Үҙен мосолман тип һанаған кешегә, Рамаҙан айы тамамланғас, зәҡәт һәм фытыр саҙаҡалары биреү фарыз. Зәҡәт туранан-тура малға, байлығыңа бәйле булһа, фытыр саҙаҡаһы шәхестең үҙенә ҡағыла. Фытыр һүҙе, ураҙаны тамамла, тигәнде аңлата. Шуға ла ул−Рамаҙан айына рәхмәт йөҙөнән, иҫән-һау йәшәү хөрмәтенә бирелгән саҙаҡа. Ураҙа ғәйетенә тиклем, уны мохтаждарға, етемдәргә бирергә мөмкин, мәсеткә лә һалалар.
Изге Рамаҙанды ғәйет намаҙы менән ололоҡлап оҙатҡан кеүек, киләһе айҙарҙы ла шулай уҡ ҡаршы алып, иманда, сабырлыҡта шөкөр итеп йәшәйек. Күңел сафлығын, тыныслыҡ һөйөүҙе, мәрхәмәтлекте, хәстәрлекте кәүҙәләндереүсе байрам яңы көс-дәрт, илһам өҫтәһен. Һәр йортҡа йылылыҡ һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар, татыулыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ.
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!