Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Май 2020, 15:10

Һәр ваҡыт булдыҡ әҙер!

Пионерҙар ойошмаһы дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, коллективҡа тупланырға, бер-береңде ауыр ваҡытта ташламаҫҡа, бөтә эштәргә һәр ваҡыт әҙер булырға өйрәтте.Әгәр пионер булмаһам, Владивостокты, Япон диңгеҙен ғүмерҙә лә күрмәҫ инем.

Беҙҙең бала саҡ пионер ойошмаһы ҡыҙыу эшләгән саҡҡа тура килде. Тыуған ауылым Баймаҡ районының Моҡас башланғыс мәктәбендә 3-сө класта уҡығанда күрше Әхмәр урта мәктәбенә барып тороп пионерҙар сафына индек. Унан алда бер ай буйы устав ятланыҡ әле. Сибай интернат-мәктәбендә уҡығанда башта отрядта, унан дружинала пионерҙар советы рәйесе булдым. Әүҙем эшмәкәрлегем юғары баһаланды—1986 йылдың ғинуар, февраль айҙарында Владивосток ҡалаһы янында урынлашҡан “Океан” Бөтә Союз пионерҙар лагерына путевка бирҙеләр. Япон диңгеҙе ярының Емар бухтаһында урынлашҡан лагерҙа ял итеүемде һаман да һағынып иҫкә алам. Иң шәп пионерҙар мәктәбе булды ул. Башҡортостандан 20 уҡыусы барҙыҡ. Улар араһында Тәтешле районының Яңғыҙнарат ауылынан Гөлназ Зарифйәнова менән һаман аралашабыҙ. Ҡариҙел районынан Азат Ялалов тигән малай булыуын яҡшы хәтерләйем. Өфөнән Свердловскийға (Екатеринбургҡа), Свердловскийҙан Владивостокка көнө буйы остоҡ. Бер самолет тик лагерға китеп барған балалар ине: Свердловск, Пермь,Иркутск ҡалалары делегациялары өҫтәлде. Самолетта иртәнге, төшкө, киске ашты ашап барып етеүебеҙгә унда таң атты. Төн булмағанға аптыраныҡ. Ҡайтҡанда, киреһенсә, төнө буйы остоҡ, Свердловскийға килеп төшһәк, тағы төн. Шулай матур хәтирәләр күңелдә уйылып ҡалды.
Пионерҙар ойошмаһы дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, коллективҡа тупланырға, бер-береңде ауыр ваҡытта ташламаҫҡа, бөтә эштәргә һәр ваҡыт әҙер булырға өйрәтте.
Әгәр пионер булмаһам, Владивостокты, Япон диңгеҙен ғүмерҙә лә күрмәҫ инем.
Читайте нас: