Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
9 Май 2020, 10:30

ДОНЪЯЛАР ТОРҺОН ТЫНЫС, БУЛМАҺЫН ЕРҘӘ ҺУҒЫШ!

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажғәле Ырыҫмөхәмәтов күптән түгел үҙенең 95 йәшен билдәләне.

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажғәле Ырыҫмөхәмәтов күптән түгел үҙенең 95 йәшен билдәләне.
Ул 1925 йылдың 15 апрелендә Бәхтигәрәй ауылында донъяға килә. 1943 йылда фронтҡа алына. Был ваҡытта уның атаһы һәм Минһаж ағаһы һуғышта була. Ағаһы 1942 йылда хәбәрһеҙ юғала.
–Мерәҫ һәм Бәхтигәрәй ауылдарынан 12 егет фронтҡа алындыҡ һәм тик икәүебеҙ генә тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтты,–ти ветеран.– Баймаҡ военкоматынан 120 егет оло юлдан Түбә ҡасабаһы, Ирәндек тауы, Күсей ауылы аша Магнитогорск ҡалаһына йәйәүләп барҙыҡ. Артабан Тоцк лагерында хәрби әҙерлек үткәс, шул уҡ йылдың авгусында 214-се уҡсылар дивизияһының 776-сы уҡсылар полкы составында Харьков-Кременчуг йүнәлешендә һуғышҡа индек.
Артабан яугир Беренсе һәм Икенсе Украина фронттарында хеҙмәт итә. Курсинск, Садомир, Ясско-Кишинев операцияларында, Украинаның Полтава, Кременчуг, Каменка, Александрия, Новгород, Знаменка, Кировоград, Новоукраинка, Ананьев, Ольша, Молдавияның Рыбница, Бельцы ҡалаларын фашист ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. Днепр, Көньяҡ Буг, Днестр, Висла, Эльба, Влтава йылғаларын кисә. Бөйөк Еңеүҙе Чехословакияның Прага ҡалаһында ҡаршылай. Хажғәле Ырыҫмөхәмәтов тыуған яҡтарына бары тик 1951 йылдың аҙағында ғына әйләнеп ҡайта. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Праганы алған өсөн”, Жуков миҙалдары менән наградлана.
Ҡатыны менән өс балаға ғүмер бүләк итә. Бөгөн ул ҡыҙы Рәмзиә һәм кейәүе Таһир менән бергә йәшәй. Бәхетле ветерандың 12 ейән-ейәнсәре, 8 бүлә-бүләсәре бар.
Ут-һыу кисеп, йәшәү хаҡына ауыр фронт юлын үткән ветерандың тик бер генә теләге : “Донъялар булһын тыныс, булмаһын башҡа һуғыш!”
Читайте нас: