Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Май 2020, 17:15

ҮЛЕП ТЕРЕЛГӘН ҺАЛДАТ

Баймаҡ районында бөтәһе 6 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Улар—Ғәйзулла Әблүзин, Әбүзәр Ишморатов, Евдокия Носова, Валентина Потапова, Хажғәле Рысмөхәмәтов һәм Йосоп Хәлитов. Дәһшәтле йылдарҙың тере легендаһы—Ғәйзулла Әблүзинды баймаҡтар яҡшы белә. Ул йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә уҡыусылар менән төрлө осрашыуҙарҙа, батырлыҡ дәрестәрендә йыш була, район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Яугирҙең һәләк булыуы тураһында туғандарына “ҡара ҡағыҙ” килеүгә ҡарамаҫтан, ветеран әле лә сафта, киләһе йыл үҙенең 95 йәшлек юбилейын имен-һау ҡаршыларға йыйына.

Баймаҡ районында бөтәһе 6 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Улар—Ғәйзулла Әблүзин, Әбүзәр Ишморатов, Евдокия Носова, Валентина Потапова, Хажғәле Рысмөхәмәтов һәм Йосоп Хәлитов.
Дәһшәтле йылдарҙың тере легендаһы—Ғәйзулла Әблүзинды баймаҡтар яҡшы белә. Ул йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында мәктәптәрҙә уҡыусылар менән төрлө осрашыуҙарҙа, батырлыҡ дәрестәрендә йыш була, район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Яугирҙең һәләк булыуы тураһында туғандарына “ҡара ҡағыҙ” килеүгә ҡарамаҫтан, ветеран әле лә сафта, киләһе йыл үҙенең 95 йәшлек юбилейын имен-һау ҡаршыларға йыйына.
Әйткәндәй, апрель айын ветеран ниндәйҙер бер тулҡынланыу менән ҡаршы ала. 1945 йылдың апрелендә уның һәләк булыуы тураһында хат килә һәм, уның исемен “Хәтер” китабына индереп, Германияның Бреслау ҡалаһында ерләнгән тип яҙып ҡуйыла. Бәхеткә күрә, ул бөгөн дә беҙҙең арала.
Ғәйзулла Мөхәмәт улы 1926 йылда Баймаҡ районының Байыш ауылында донъяға килә. Ете йәшендә малай атайһыҙ ҡала, әммә әсәһе уны мәктәптә уҡытыу өсөн бар тырышлығын һала. Тәүге уҡытыусыһы Зыяитдин Раҡаев була. Класта ете уҡыусының барыһы ла малайҙар. Дүртенсе класты тамамлағас, артабан белем эстәүгә теләге көслө булыуға ҡарамаҫтан, Ғәйзуллаға уҡыу эләкмәй. “Урғаҙа” колхозында төрлө эш башҡарырға тура килә уға. Һуғыш башланғанда 15 йәшлек үҫмер үҙенә күрә тәжрибәле эшсегә әүерелә. 1943 йылда 17 йәшлек егетте әрмегә оҙаталар.
—Беҙҙе урманда урынлашҡан Алкин хәрби гарнизонына алып килделәр,—тип хәтер ебен тағата әңгәмәсем.—Мине ни өсөндөр башҡаларҙан айырып маҡтай торғайнылар. Күрәһең, шуғалыр кесе командирҙар әҙерләү курсына уҡырға ебәргәндәрҙер. Минең дүрт класс белемем менән ниндәй командир сыҡһын, тип аптырауыма: “Һинән сығасаҡ!”—тигән яуап ишеттем. Алты ай уҡығандан һуң, Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби лагерына киттем.
Фронт һыҙығына Ғәйзулла Әблүзин 1944 йылдың ноябрендә 359-сы уҡсылар һәм 395-се пехота дивизияһының 6-сы армияһының Беренсе Украина фронты аша эләгә. Ул Көнбайыш Украина, Польша ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты алыштарҙың береһендә йәш һалдат янында көслө шартлау яңғырай. Контузия алып уға ике ай госпиталдә ятырға тура килә.
Артабан Ғәйзулла Мөхәмәт улы кире фронтҡа йүнәлә, илебеҙҙең ауыл һәм ҡалаларын немец илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү яҙының яҡынлауын гитлерсылар ҙа, совет һалдаттары ла асыҡ тоя. Германияның Бреслау (хәҙер Вроцлав) ҡалаһында барған алыш әле булһа ветерандың хәтерендә. Хәрби машиналар етештереүсе ҡеүәтле индустрия үҙәгенә әйләнгән Бреслау янында завод һәм концлагерь урынлашҡан була. Ҡеүәтле ҡәлғәне азат итеү бурысы Ғәйзулла Әблүзин хеҙмәт иткән армия һалдаттары иңенә төшә. Дошмандар крепость-ҡаланы тиҙ генә ташлап китергә йыйынмай: әле унан, әле тегенән атыу тауыштары яңғырай. Һәр йорт, һәр фатир, һәр подвал, һәр ҡыйыҡ өсөн беҙҙекеләргә көрәшергә тура килә. Фашистар әсиргә эләккәнсе, үлеүен артыҡ күреп, һуңғы көстәренә тиклем алыша. Тап шундай шарттарҙа совет ғәскәре үҙенең бик күп һалдаттарын юғалта.
Баймаҡ һалдаты икенсегә контузия ала, был юлы хәле үтә насар була. Хатта табиптар уның йүнәлеп китеүенә ышанмай, шунлыҡтандыр инде район военкоматына, аҙаҡ әсәһенә уның үлеме хаҡында “ҡара ҡағыҙ” ебәрелә.
Еңеү яҙын ул ауыр хәлдә госпиталдә ҡаршылай. Йәш организм тәрән яраларҙы ла еңә, аҡрынлап Ғәйзулла Мөхәмәт улының сәләмәтлеге яҡшыра һәм яңынан сафҡа баҫа. Һуғыш тамамланғас, уға тыуған яғына тиҙ генә ҡайтыу форсаты теймәй. Европаның төрлө ҡалаһында хеҙмәт итеүен дауам итә. Тыуған яғына 1951 йылда ҡайтып төшә. Фронтовикҡа Баймаҡтан алты сәғәтлек юғары хеҙмәт хаҡы булған производствола эш тәҡдим ителә. Әммә Ғәйзулла Әблүзин үҙенең ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә һәм бар көсөн ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙана. 1954 йылда Хәмиҙә исемле ҡыҙ менән ғаилә ҡороп, ете балаға ғүмер бирәләр, 57 йыл бәхетле ғүмер кисерәләр. Ҡыҙҡанысҡа ҡаршы, әле ҡатыны иҫән түгел.
Бөгөн ул Баймаҡ ҡалаһында ҡыҙы менән бергә йәшәй, тыуған ауылы Байышты ла онотмай. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугир күкрәген II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары биҙәй. Улар янына тыныс тормошта намыҫлы хеҙмәте өсөн бирелгәндәре лә урын алған, юбилей миҙалдары ла өҫтәлгән. “Бәхетле һәм оҙаҡ йәшәүемдең сере—тормоштан ҡәнәғәт булыуҙа һәм йәйәү йөрөүҙә”,—тип иҫәпләй яугир. Баймаҡ ветераны әле лә көн һайын саф һауала йөрөй, тирә-яҡҡа бағып, тормоштан йәм таба, йәшәүенең ҡәҙерен белә.