Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2020, 13:10

Ике ҡыҙым—пар ҡанатым”

Сибай ҡалаһынан мөләйем ҡарашлы, килешле полиция формаһын кейгән гүзәл зат атлай. Тирә-яҡҡа һирпелгән ҡарашы бар ҡаланы күҙәткәндәй тойола, нәзәкәтле булыуына ҡарамаҫтан, аҙымдары ныҡ һәм ышаныслы. Полицияның өлкән лейтенанты Айгөл Латыпованың һәр көнө шулай башлана ла төнгә тиклем дауам итә...

Ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ зат вәкиле тип әйтергә күнегеп тә киткәнбеҙ. Әммә Айгөл Латыповаға ҡарап был һүҙҙәрҙе әйтеү мөмкин түгел. Сибай ҡалаһының Эске эштәр бүлегендә полицияның өлкән лейтенанты Айгөл Рәүф ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында белем ала, хоҡуҡ факультетын уңышлы тамамлай. 2014 йылдан алып ҡаланың эске эштәр бүлегендә тәүтикшереүсе булып эшләй.
—Башлыса ир-егеттәрҙән торған коллективта хеҙмәт юлымды башланым, беҙҙең эштә ҡатын-ҡыҙ булараҡ, бер ниндәй ҙә ташлама юҡ. Барыбыҙ ҙа погон йөрөткәс, бөтә йөкләмәләрҙе лә берҙәй башҡарырға бурыслыбыҙ. Бында эшләүем характерымды нығытты, үҙемә ҡарата ышыныс уятты. Бала саҡтан полиция (ул саҡта милиция) формаһын кейеп ҡарарға хыялландым. Уның тормошҡа ашыуына бик бәхетлемен. Формала йөрөү—үҙе үк яуаплылыҡ өҫтәй, үҙеңде ышаныслы, кәүҙәңде төҙ тоторға ярҙам итә. Урамда осраған кешеләрҙең дә һиңә ҡарата ихтирамлы ҡарашын тояһың,—ти полицияның өлкән лейтенанты Айгөл Рәүф ҡыҙы.
Бәхетле әсә сәскәләй ике ҡыҙ тәрбиәләй. Алина—өсөнсө, Лилиә—икенсе класта уҡый. Әсәләренең эштән ҡайтыуын улар түҙемһеҙләнеп көтөп ала, буш ваҡыттарын һәр саҡ бергә үткәрергә тырыша. “Ҡыҙҙарым—күҙ нурҙарым, ике ҡанатым киләсәктә бәхетле булһындар, тормошта үҙ урындарын тапһын!”—тип теләй ул.
Көслө ҡатын күптән инде “ҡорос ат”ты ла йүгәнләгән.