Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
7 Март 2020, 11:00

Гүзәл заттарға дан йырланды

Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ойошторолған байрам концерты “Теге өсәү” форматында үтте.

Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында 8 Март—Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ойошторолған байрам концерты “Теге өсәү” форматында үтте. Сараны берҙә “теге өсәүҙән” ҡалышмайынса Рөстәм Хәсәнов, Илнур Сәлимгәрәев, Ғаяз Ғәйетбаев ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы.
Гүзәл заттарҙы байрам менән Сибай ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов ҡотланы.
--Һеҙ булғанға аштарыбыҙ тәмле, донъябыҙ йәмле, эштәребеҙ ырамлы,--тине Рөстәм Әхмәткәрим улы, ҡатын-ҡыҙҙарға изге теләктәр теләп.
Башлыҡ шулай уҡ быйыл 2 ай эсендә ҡалала тыуған игеҙәктәрҙең ата-әсәләренә коляска бүләк итте. Бынан тыш ике тыл хеҙмәткәренә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдарын тапшырҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙарға башлыса ир-егеттәр көсө менән әҙерләнгән концерт оҡшаны.
--Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовтың әсәй тураһындағы йыры күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәлтте. Фаил Йортбәков, Ғаяз Ғәйетбаев, Рөстәм Хәсәновтың моңло йырҙары, Илшат Солтангәрәевтың ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауы, балалар хореография, “Сибай” бейеү ансамблдәренең сығыштары—барыһы ла юғары кимәлдә. Һәр ҡатын-ҡыҙға роза сәскәһе бүләк иттеү ҙә иғтибар, ихтирам билдәһе. Концерттан йәшәүгә дәрт, дарман алып таралыштыҡ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!--тине Зөмәрә Әхмәтшина.