Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Март 2020, 12:10

Тыуған көнөң менән, ҡәйнәм!

"ИКЕЛӘТӘ БАЙРАМ" конкурсынаЙылайыр районы Сәләх ауылында йәшәүсе Рәмилә Мәхмүт ҡыҙы Атанбаеваға 8 март көнө 65 йәш тула...

8 март - беҙҙең ғәилә өсөндә ысын мәғәнәһендә икеләтә байрам. Сөнки Йылайыр районы Сәләх ауылында йәшәүсе минең бейемем Атанбаева Рәмилә Мәхмүт ҡыҙы тап ошо көндә тыуған. Уға 8 март көнө 65 йәш тула.
Ул 4 балаға ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырып, туйҙар яһап, әлеге көндә хөрмәтле ҡәйнә, 9 ейән-ейәнсәренә һөйөклө өләсәй булып ғүмер кисерә.
Бала саҡтан бик эшсән ҡыҙ булып үҫә, бер эштәндә ҡурҡып тормай. Бик йәшләй тол ҡалһа ла бер кемгә лә һис ҡасан да һыр бирмәне.
Ҡыш менән яҙҙың осрашҡан мәлендә доньяға килгәнгәмелер ике миҙгелдең дә иң күркәм сифаттарын үҙенә туплаған. Күңеле уның ап-аҡ ҡарҙай саф, уйҙары изге, йөҙө яҡты. Яҙ кеүек ихлас та, алсаҡ та ул минең бейемем.
Уға ошо матур байрамында ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, киләсәктә лә шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларының изгелеген күреп оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәргә насип итһен Хоҙайым.

Гөлфирә Атанбаева