АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Март 2020, 13:55

ИКЕЛӘТӘ түгел, БИШЛӘТӘ байрам беҙҙә

"ИКЕЛӘТӘ БАЙРАМ" конкурсына...Март айы - беҙҙең ғаилә өсөн үҙе байрам...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Мин февраль айының һуңғы көнөндә тыуһам да, ике байрамы йәнәш булһын тип, тыуған көнөмдө атай 7 мартҡа яҙҙырған. Әммә бының ҡыйынлыҡтары ла күп булды. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына йыйылһаҡ, һәр ваҡытта ла мине айырым ҡотлайҙар ине. Бик үк иғтибар яратмаған миңә был ҡыйынлыҡ та тыуҙырҙы.
Йәшәй торғас, байрамым икеләтә түгел, өсләтәгә әйләнде, туй көнөбөҙ 6 март башланды. Шул көндө аттар егеп, дуғаға ҡыңғырауҙар тағып, Һаҡмар буйлап боҙ өҫтөнән аша ауылға барып силсәүиттә ғаилә тураһында таныҡлыҡ алдыҡ. Силсәүит рәйесе элекке уҡытыусым ине. Унда ла етеп килгән тыуған көнөм һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотланылар. Эшкә саҡырҙылар, өй бирәбеҙ тинеләр. Беҙ иремдең ауылында йәшәргә уйлауыбыҙҙы әйттек. Киләһе йыл тормош иптәшем менән бергә йәшәүебеҙгә 30 йыл була, Аллаһ бойорһа.
Йәшәй торғас, байрамыбыҙ өсләтә түгел, дүртләтә булып китте. Бер кейәүебеҙҙең тыуған көнө 9 мартта булып сыҡты. Кейәүебеҙ бик шәп, эшендә отличник дәрәжәһенә өлгәште, ҡыҙыбыҙ менән бергәләп ике ейәнсәр бүләк иттеләр.
Бының менән генә бөтмәне әле. Бишенсе байрамыбыҙ ҙа бар. 10 мартта тормош иптәшемдең тыуған көнө, быйыл 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Аллаға шөкөр, эшкә барымлы, оҫта, алама ғәҙәттәре юҡ, эшләп йөрөй, кейәүҙәренә һәм улына өлгө булырлыҡ ир-уҙаман.
Шулай итеп, һигеҙенсе март беҙҙең өсөн бишләтә байрам.
Вәғиҙә Ҡужагилдина.
Хәйбулла районы.
Читайте нас: