Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
5 Март 2020, 12:35

БАЙРАМҒА ЙӘМ ӨҪТӘНЕ УЛАР

"ИКЕЛӘТӘ БАЙРАМ" КОНКУРСЫНА8 Март минең өсөн халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө генә түгел. Был көндө миңә икеләтә, хатта өсләтә байрам. Сөнки был көндө минең һеңлеләрем—игеҙәктәр Әминә һмә Гөлгенә тыуҙы.

8 Март минең өсөн халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө генә түгел. Был көндө миңә икеләтә, хатта өсләтә байрам. Сөнки был көндө минең һеңлеләрем—игеҙәктәр Әминә һмә Гөлгенә тыуҙы.
Улар 1971 йылдың 8 мартында Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында Әбделхәй һәм Мәрзиә Салиховтарҙың 10 балаһының 8-се, 9-сы балаһы булып донъяға килә. Әлеге көндә минең ҡәҙерлеләрем Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай ауылдарында йәшәй. Гөлгенә һеңлем Айбулат Исхаҡовҡа кейәүгә сыҡты, 5 балаға—3 малайға һәм 2 ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Улдары инде үҫте, һәр кемеһенең үҙ эше, бәләкәстәре—ҡыҙҙар Өфөлә уҡый. Йорттары нур һибеп ултыра, тырышып донъя көтәләр. 12 баш һыйыр малы, 50-ләп ваҡ мал тоталар. Уңғандар, егрәлеләр.
Әминә һеңлем Ҡолһарин Рәйес менән беҙҙең тыуған йортта йәшәй. 3 ул һәм 1 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Беҙ шундай һеңлеләребеҙ булғанға ҡыуанабыҙ. Ата-әсәйебеҙгә, Хоҙайға рәхмәт!
Форсаттан файҙаланып, һеңлеләремде яҙ айының гүзәл байрамы һәм тыуған көндәре менән ҡотлайым! Уларға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, балалар ҡыуанысы теләйем!
Изге теләктәр менән--Гөлйыһан апалары, Әсҡәт еҙнәләре, Венер һәм Сулпан.
Һүрәттә: Гөлгөнә һеңлем ҡыҙы Гөлмиә менән уң яҡта, Әминә һеңлем улы Рәдиф менән һул яҡта. Уртала уҡытыусылары.