Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Февраль 2020, 01:45

Ир-егеттәр барҙа ил тыныс

Көслө заттарҙы Сибай ҡала Советы рәйесе А.Ғ.Ҡамбулатов байрам менән ҡотланы һәм хәрби -патриотик тәрбиә һәм армия хеҙмәтенә әҙерлек өлкәһенә тос өлөш индереүселәргә ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Сибай ҡалаһының Мәңгелек ут мемориалы янында яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә митинг уҙҙы. Сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскә һалғандан һуң "Мир" йәштәр йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған кисәгә барҙы. Унда ҡала хакимиәте етәкселеге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен, хәрби -патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәрен, ветерандар һәм төрлө һөнәр эйәләре булған ир -егеттәрҙе тәбрикләне. Көслө заттарҙы Сибай ҡала Советы рәйесе А.Ғ.Ҡамбулатов байрам менән ҡотланы һәм хәрби -патриотик тәрбиә һәм армия хеҙмәтенә әҙерлек өлкәһенә тос өлөш индереүселәргә ҡала хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариаттың мобилизацион ресурстар иҫәбе һәм әҙерлек, планлаштырыу, билдәләү бүлеге начальнигы Ф.Ф. Лоҡманов комиссариаттың Почет грамоталарын бирҙе. Сара һуңында тамашасыларға "Т -34" нәфис фильмын күрһәтте.