АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Февраль 2020, 12:05

“ТЫУҒАН ИЛДЕ ҺАҠЛАРҒА ТЕЙЕШМЕН!”

Сибай ҡалаһы егете Ильяс Абҙаҡов бәләкәйҙән хәрби булырға хыяллана...

Сибай ҡалаһы егете Ильяс Абҙаҡов бәләкәйҙән хәрби булырға хыяллана һәм уның хыялы тормошҡа аша. Быйыл ул Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан Михайлов хәрби артиллерия академияһын тамамлай.
--Мәктәптән һуң, Магнитогорск ҡалаһында инженер-электротехник һөнәренә уҡыным. Әрме үҙенә тартҡас, шунда юлландым. Унда артиллерияға, мотоуҡсылар бригадаһына эләктем. Әрме хеҙмәте еңел түгел, төрлө саҡ була, ләкин егетмен тигән кеше өсөн ул тормош мәктәбе. Хеҙмәт иткән саҡта ныҡлы ҡарарға килдем: мин хәрби булырға тейеш, - ти Ильяс.
Маҡтаулы уҡый яҡташыбыҙ. Академия етәксеһенән егеттең әсәһе Рәйлә Һөйөндөк ҡыҙына Рәхмәт хаттары ла килә. Ильяс төшөп ҡалғандарҙан түгел шул! Иң шәп курсанттарҙың береһе. Яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: