Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
14 Февраль 2020, 16:00

БЕРГӘ БУЛҺЫН УЙЫҒЫҘ!

22.02.2020...Нәҡ ошо матур датаны туй көнө итеп билдәләгән йәш ғашиҡ парҙар... Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Йәшлек осороноң иң күңелле мәле студент йылдарына тап киләлер, моғайын. Бында йәштәр һөнәр алыу менән берлектә тормоштоң айышына төшөнөргә, үҙаллы булырға өйрәнә. Ысын дуҫтар табыу, ғашиҡ булыу, һөйөү утында янып-көйөү—был тойғолар ҙа студент кешене урап үтмәй. Нәҡ студент йылдарында ҡоролған ғаиләләрҙең ныҡлы булыуы тураһында ла ишетеп беләбеҙ.
Учалы батыры Динар Камалов ме-нән Йылайыр һылыуы Резеда Ғәниева яҙмышын тап үҙҙәре белем алған уҡыу йортонда—Сибай күп тармаҡлы политехник колледжында табыуҙары менән бәхетле. 2016 йылда уҡырға ингән йәштәр бер төркөмгә эләгә. Динар бала саҡтан һүрәт төшөрөүгә, ағастан һырлап эшләүгә әүәҫ була. Резедаға ла атаһы яғынан һүрәт төшөрөү оҫталығы бирелгән. Әлеге мәлдә 4-се курста белем алыусы ҡыҙ менән егет“Декоратив-һынлы сәнғәт”һөнәрен үҙләштерә. Уларға йәшмә таштарҙан төрлө биҙәүестәр, мозаика һүрәттәр, сувенир әйберҙәр ижад итеүе оҡшай. Был өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкән Динар Камалов 3-сө курста уҡығанында колледж намыҫын яҡлап, Өфөлә уҙғарылған“Worldskills” Бөтә донъя чемпионатында ҡатнашып 2-се урынға лайыҡ булған. Быйылғы уҡыу йылында шул уҡ чемпионатҡа уны эксперт итеп саҡырғандар. Тырыш егет спорт һәм бейеү буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй. Ул бар нәмәгә лә өлгөрә. 1-се курста уҡығанында әрмегә лә барып ҡайта ул. Резеда ла уңған. Мәктәп йылдарында бейеү ансамбленә йөрөй, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Хәҙер башкөллө үҙенең яратҡан шөғөлөнә—төрлө төҫтәге йәшмә таштарҙан мозаика эшләүгә бирелгән. Бер уй менән янып йәшәүсе йәштәр араһында тәүҙә ныҡлы дуҫлыҡ, ә һуңынан саф һөйөү тойғоһо барлыҡҡа килә.
Йәштәр колледждың бар уңайлыҡтары булған ятаҡханаһында йәшәй, унда уҙғарыл-ған мәҙәни һәм төрлө байрам сараларында әүҙем ҡатнаша. Динар һөйгән ҡыҙына тәҡдимде лә бик үҙенсәлекле яһай. “Көҙгө бал” сараһында залда ултырған Резеданы сәхнә-гә саҡырып, барыһы алдында ҡыҙҙың ҡулын һорауы бик тулҡынландырғыс тамаша була. Көтөлмәгән сюрприздан Резеданың күҙҙәре бәхетле йәштәргә мансыла, ул егеткә кейәүгә сығырға ризалығын бирә. Яңыраҡ ҡына, йәғни ғинуар айында уларҙың никахы булһа, 22 февралдә туй мәжлесе үтәсәк. Республикала тағы бер башҡорт ғаиләһенең барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы хәл. Камаловтарға бер теләк: “Ҡотло булһын туйығыҙ, бергә булһын уйығыҙ!”
Алда уларҙы диплом яҡлау, эшкә урынлашыу кеүек күңелле мәшәҡәттәр көтә.
Альбина Таһирова.
Читайте нас: