Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Февраль 2020, 12:40

ЭХ, БЫЙМАЛАРЫ…

Әбештәр быйма кеймәйенсә урамға сыға алмай...

Хәйбулла районы Әбеш ауылында ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынын сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы быйма байрамы ойошторолдо. Ошо байрамды көткәндәй, был көндә сатлама һыуыҡ була. Һәм, ысынлап та, быйма кеймәйенсә тышҡа сығыу мөмкин дә булмай.
Биләмәгә ҡараған ауылда йәшәүселәр сараға быймаларын биҙәп алып килә. Халыҡтың фантазияһына һоҡланып туймаҫлыҡ! Байрамда ҡатнашыусылар араһында төрлө ярыштар уҙғарыла. “Был көндө урам гөрләп торҙо”, - ти әбештәр. Һалҡында сәй эсеү, күмәкләп ритайым бейеү барыһына ла оҡшай. Афарин, хәйбуллалар!