Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
11 Февраль 2020, 15:10

14 ФЕВРАЛЬ НИМӘ БҮЛӘК ИТЕРГӘ?

Был һорауға яуапты беҙҙең сайтта табырһығыҙ.

Китап уҡымаған әҙәм—сәскә атмаған үлән, тип яҙған Ғайса Хөсәйенов. Ә һеҙ, дуҫтар, китап уҡырға яратаһығыҙмы? Һуңғы тапҡыр ҡасан уҡынығыҙ? Ҡайһы авторға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
Әйткәндәй, 14 февраль—Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө. Ошо уңайҙан Сибай ҡалаһындағы Моделле крайҙы өйрәнеү китапханаһы “Китапты һөйөү менән бүләк ит” исемле Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. 15 февралгә тиклем һәр кем китапханаға китап бүләк итә ала. Китап тотонолған булһа ла, уның яҡшы торошта булыуы шарт. Ә бүләктең күләме сикләнмәгән.
Китапхана Чайковский урамы, 30 адресы буйынса урынлашҡан.