Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Ғинуар 2020, 16:05

УЛ-ҠЫҘҘАРЫН КӨТӘ СЫҢҒЫҘ!

Сыңғыҙ ауылында 50 йыл элек һалынған капсула асыласаҡ...

Тыуған ауылым Һаҡмар буйҙарында,
Шунда үтте минең баласаҡ.
Һаҡмар тулҡындары, ҡурай моңо,
Йөрәгемдә мәңге ҡаласак.
Атам-әсәм һиндә ғүмер иткән,
Сал Уралым, йәмле Һаҡмарым.
Мин онотмам һеҙҙе бер (һис) ваҡытта,
Тыуған ауылым, туған яҡтарым.
Х.Әхмәтов.
Быйыл июнь айында Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы уҙғарыу планлаштырылған. Тәүге тапҡыр был сара 1989 йылда, икенсе тапҡыр 2004 йылда үткәрелә. Быйылғыһы нимәһе менән айырыласаҡ һуң?
1970 йылда Риза Солтангилдин Сыңғыҙ ауылында парк булдырып, ундағы бер торба эсенә капсула һалдыра һәм уны 50 йыл үткәс асырһығыҙ тип әйтеп ҡалдыра. Ошо ваҡиғаға быйыл теүәл 50 йыл. Байрам үтәсәк көндө был капсула асыласаҡ һәм ундағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәт барыһына ла билдәле буласаҡ.
Әле ауылдаштар байрамға китап сығарыу буйынса эш алып бара, “Бәйләнештә” селтәрендә махсус битләү булдырылған. Һәр кем үҙенең теләк-тәҡдимен унда ҡалдыра ала.
Ә китапҡа үҙ ғаиләһе, шәхестәре хаҡында яҙма бирергә теләүселәр Ярат ауылында йәшәүсе Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаеваға (Әхмәтоваға) йә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Резеда Фәйзрахман ҡыҙы Вәлиеваға (Усмановаға) мөрәжәғәт итә ала.